Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/5

This page has not been proofread.

Дөрөҫ, ҡайһы бер телселәрҙән тыш (Н. Дмитриев, Ж. Кейекбаев, Н. Мәҡсүтова, Ә. Байышев, Т. Ғарипов, Ф. Хисаметдинова), башҡорт тарихын, бигерәк тә этнографияһын өйрәнеүселәр төрлө осорҙа, төрлө юҫыҡта тормош-көнкүреш, тарихи-мәҙәни терминдарға характеристика биреп китәләр. Әммә был мәғлүмәттәр үтә лә тарҡау һәм тикшеренеү объекты булараҡ тейешле күләмдә һәм кимәлдә түгел. Ошонан сығып ҡарағанда, башҡорт тел ғилемендә этнолингвистиканы фәнни юлға һалыу, үҫтереү зарурлығы күренә.

Нимә һуң ул этнолингвистика? Академик Н.И. Толстой фекеренә таянып, этнолингвистика тигәндән без лингвистка фәненең тел менән тарих, тел менән мәҙәниәт, тел менән халыҡ менталитеты, тел менән халыҡ ижады араһындағы үҙ-ара бәйләнештәрҙе һәм уларҙың төрлөсә сағылышын өйрәнгән йүнәлешен аңлайбыҙ.

Әлбиттә, этнолингвистика күп төрлө терминдарҙы өйрәнә. Улар кейем-һалым, ҡорал-ҡорамал, йорт ҡаралтылары, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары, аш-һыу һәм башҡа төр атамаларға бүленә. Һәр төрлө терминдарҙың үҙенсәлекле яһалыш формалары, яңғырашы, мәғәнәүи асылы бар. Шуға күрә һәр төрҙө айырым тикшереү фарыз. Был хеҙмәттә без тик аш-һыу терминдарына ғына туҡталасаҡбыҙ.

Ниндәй аш-һыу әҙерләү, нисек аш мәжлесе ойоштороу, азыҡ-түлектең төрө, әҙерләү тәртибе, һыйлау- һыйланыу йолаһы - былар барыһы ла халыҡтың этник һәм мәҙәни тарихы эҙемтәләре. Шуға күрә аш-һыу атамаларын өйрәнеү - бер үк ваҡытта милләттең тарихын 4