Ярма аштары төрлө йолаларҙа киң файҙаланылған. Шулар араһында иң ныҡ таралғаны, әлбиттә, бутҡа. Уны бойҙай, арпа, тары, ҡарабойҙай, дөгө, һирәгерәк һоло ярмаһынан бешергәндәр. Бутҡа, ғәҙәттә, һөттә бешкән һәм табынға биргәндә һауыт уртаһына май һалып биргәндәр.
Көньяҡ-көнбайышта һәм Дим бассейнында йәшәүсе башҡорттар тары һәм бойҙай бутҡаһын ҡаҙ һурпаһында йәки ҡаҙ майы ҡушып бешергәндәр. Ул ҡаҙ бутҡаһы тип аталған һәм ҡаҙ өмәһендә бешерелгән. Табынға ул ҡаҙ итенән өлөштәр таратылғандан һуң бирелгән.
Тары һәм арпа бутҡаһы боронғо мәжүси йолаларҙа һәм ритуалдарҙа ҡулланылған. Шундай йолаларҙың береһе - ямғыр теләу. Махсус кешеләр, өйҙән өйгә йөрөп ярма, май, йомортҡа, һөт йыйғандар һәм йыйылышып һыу буйында бутҡа бешергәндәр. Бутҡа бешкәнсе, күмәкләшеп ямғыр теләгәндәр. Туйынғас иһә, ҡалған бутҡаны һыуға ташлағандар, ҡаҙанды йылғаға түңкәргәндәр һәм бер-беренә һыу һипкәндәр.
Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында яҙ көнө бисә-сәсә, ҡыҙ-ҡырҡын "ҡарға бутҡаһы" йолаһына сыҡҡан. Был йоланы үтәү өсөн дә халыҡтан ризыҡ йыйғандар. Төп һыйланыу ашамлығы арпанан бешерелгән бутҡа булған. Уны "ҡарға бутҡаһы" тигәндәр. Ьыйланып бөткәс, ҡалған бутҡаны ҡоштарға биргәндәр. Йола уйын-көлкө менән тамамланған.
Ҡайһы бер төбәктәрҙә "нигеҙ бутҡаһы" бешерелгән. Уны яңы өйгә нигеҙ һалған кешегә туған-тыумасалары, ауылдаштары бешереп килтергән. Туй йолаһында "төрткө бутҡаһы" әҙерләнгән. Уны ҡунаҡтар ҡайтып китер алдынан бешергәндәр. Ҡайһы бер