Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/56

This page has not been proofread.

урындарҙа күмеү-ерлөү йолаһында "һөт бутҡаһы' менән Һыйлағандар.

Шулай итеп, игенселек кәсебенә бәйле ризыҡтар һәм аш- һыуҙар борон-борондан бөтә башҡорттарҙа ла киң таралған һәм күп төрлө булған. Иген культураларынан көндәлек ризыҡтар ҙа, байрам һәм йола аштары ла әҙерләнгән. Бөгөн дә улар туҡланыу рационының нигеҙен тәшкил итә.

§ 3. ҺУНАРСЫЛЫҠ ҺӘМ БАЛЫҠСЫЛЫҠ РИЗЫҠТАРЫ

Барлыҡ халыҡтарҙыҡы кеүек башҡорттарҙың да иң боронғо кәсептәре булып һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ тора. Уларҙың нигеҙҙәре тәүтормош-община ҡоролошо замандарына барып тоташа. Ә инде башҡорттарҙың булғар ханлығына, аҙағыраҡ татар-монгол урҙаһына, йәнә килеп Мәскәү батшалығына яһаҡты ҡиммәтле йәнлек тиреләре менән түләүен иҫкә алһаҡ, уларҙың һунарсылыҡ кәсебе ни рәүешле үҫешкән булыуын күҙ алдына килтерәбеҙ. Тире өсөн башҡорттар ҡондоҙ, ҡама, һыуһар, төлкө, кеш, аҫ, шәшке, йәтсә, тейен, һеләүһен, бүре, айыу, ҡуян кеүек йәнлектәргә һунар иткәндәр. Уларҙың бөләкәйерәктәрен (ҡуян, төлкө, шәшке, кеш һ.б.) башлыса тоҙаҡ, ҡапҡан менән тотҡандар, айыу, бүре кеүек оло йәштәгеләрен махсус соҡорҙар ҡаҙып, тәпкеләр ҡороп аулағандар. Вағыраҡ йәнлектәрҙе махсус өйрәтелгән йыртҡыс ҡоштар (бөркөт, ҡарсыға) менән .алғандар.

Ит алыр өсөн башҡорттар башлыса ҡыр кәзәләренә, ҡоралайҙарға, мышыларға һунар иткәндәр. Ҡыр кәзәләрен, мышыларҙы яҙгыһын аулау еңел булған. Яҙ көндәрендә ҡар