Әлбиттә, бал ҡорттары тотоуҙы һәр кем булдыра алмай. Бының өсөн махсус белем дә, тәжрибә лә кәрәк. Әммә шуныһы ҡыуаныслы: был боронғо кәсеп бөгөнгө көндә яңынан йәнләнде һәм ауыл халҡының мөһим йәшәү сығанағына әйләнде. Ҡортсолоҡҡа бәйле терминдар этнографик лексикала ҙур ғына урынды алып тора һәм ул айырым тикшереү объекты булараҡ ҡаралырға тейеш. Беҙҙе иһә ҡортсолоҡҡа бәйле ризыҡтар атамаһы ҡыҙыҡһындыра.
Ҡортсолоҡ менән дә иң әүәл бал алыу өсөн шөғөлләнәләр. Башҡорт балының даны инде бөтә донъяға таралған. Был ризыҡта организмға кәрәкле бөтә матдәләр бар: шәкәр, аҡһым, углеводтар, витаминдар.
Ул татлы ғына түгел, туҡлыҡлы ла, ифрат файҙалы ла. Шуға күрә борон-борондан уның ҡәҙерен белгәндәр. Халыҡ телендә йөрөгән: "Ауыҙыңа бал да май!" - тигән ҡыуаныслы хәбәр килгәндә әйтелә торған әйтем дә балдың ҡәҙере хаҡында. Ул бигерәк тә төрлө сирҙәрҙән дауалау сараһы булараҡ ҡулланылған.
Бал ул ҡорт, иңкештең сәскә һутынан йыйып яһаған ҡуйы матдәһе. Ниндәй үҫемлектән алыныуына ҡарап, уны өс төргә бүлеп йөрөтәләр:
1) сәскә балы;
2) йүкә балы;
3) ҡарабойҙай балы.
Улар бер-береһенән бер аҙ хуш еҫе һәм тәме менән айырыла. Ә файҙаһы һәм туҡлыҡлыҡ калорияһы яғынан барыһы ла бер үк юғары кимәлдә.