Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/69

This page has not been proofread.

Башҡортостандың көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш райондарында кишер, шалҡан, сөгөлдөр, һуған кеүек башҡа төр йәшелсәләр ҙә үҫтерә башлайҙар. Бөгөнгө көндә иһә барлыҡ төбәктәрҙә лә баҡсасылыҡ кәсебе сәскә ата. Баҡсаларҙа йәшелсә генә түгел, алмағас, сейә, ҡара ҡарағат, ҡурай еләге кеүек емеш ағастары һәм ҡыуаҡтары ла мул уңыш бирә.

Баҡсасылыҡтың иң популяр культураһы, башҡорт кухняһының төп компоненттарының береһе, әлбиттә, картуф (бәрәңге). Башланғыс осорҙа, рус чиновниктарының бойороғо менән башҡорт көнкүрешенә көсләп индерелгән был үҫемлеккә халыҡ ятһынып ҡарай, үҙһенмәй. Бөгөн иһә башҡорт аш- һыуҙарын картуфһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Ысынлап та ул хәҙер икенсе икмәк ролен үтәй. Әҙерләүҙә бик ябай булған (һыуға һалаһың да бешерәһең) был рпзыҡ һәр бер өй түрендә. Уның үҙенән генә, тәмләткестәр ҡушып, картуф ашы (похлебка) бешерәләр.

һөт, һуған ҡушып төйөп, бына тигән картуф иҙмәһе йәки бәрәңге бутҡаһы әҙерләргә мөмкин. Майлы табала ҡыҙҙырып, һөр күңелгә хуш килерлек ҡыҙҙырылған картуф тигән һый яһала. Ул да хәҙер һәр өйҙә дежур аҙыҡ. Йәнә картуфтан бәрәмәс, сумса, шәңкә кеүек ваҡ бәлештәр әҙерләйҙәр. Башҡорттарҙың яратҡан милли ризығы ҙур бәлеш тә яртылаш картуфтан тора, ҡалған өлөшөн ит йәки эс-ҡарын тәшкил итә. Барлыҡ шыйыҡ аштарҙың да (туҡмас, щи, борщ һ.б.) мөһим компоненты - картуф. Шуға ла ул һәр ерҙә күпләп үҫтерелә.

Хәҙерге халыҡтың туҡланыу рационында йәшелсәләрҙән (картуфтан ҡала) кәбеҫтә икенсе урында тора. Башҡорттарҙың көнкүрешенә XX быуаттың беренсе яртыһында килеп ингән был

68