сығып, фольклорсылар йолаларҙы һәм уларға бәйле тыуған жанрҙарҙың сикләүен киңерәк күҙаллайҙар. Мәҫәлән, Кирәй Мәргән фекеренсә, йолаларҙы һәм уларға ҡараған жанрҙарҙы ваҡыт-мизгел (“Нардуған”, “Кәкүк сәйе”, “Ҡуҙғалаҡ байрамы”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Ямғыр теләү”, “Йыйындар”, “Ьабантуй”, “Баш итенә йәки Ьарығаяҡҡа саҡырыу”, “Ҡаз өмәһе”, “Кейез” йәки “Тула баҫыу”), ғаилә һәм тормош-көнкүреш (бала тыуыуға бәйле йолалар, Айыу байрамы, туй йолалары, мәйет оҙатыуға бәйле йолалар), им-том (имләү, әженләү, осоҡлау, ҡот ҡойоу, бүҫер ҡыуыу, татран ҡыуыу, биртек һорау), ырымлау, сихырлау бүлемдәренә айырып була.
Фольклористика фәне йәһәтенән бындай ентекле, бүленеш үзен аҡлай һәм тикшеренеүҙәр өсөн ҡулайлы. Әммә беззе йолаларға ҡағылышлы аш-һыу лексикаһы ҡыҙыҡһындыра, йәғни йолалар беззең өсөн этнолингвистик тикшеренеү объекты булып тора. Был осраҡта этнографтарҙың тәҡдим иткән бүленеше йәтешерәк. Шулай за аш-һыу лексикаһын тикшергәндә ҡайһы бер үҙенсәлектәр зә ҡалҡып сыға. Классификация мәсьәләһендә улар за иғтибарға алынырға тейеш. Мәҫәлән, календарь йолаларҙың да, ғаилә-көнкүреш йолаларының да эсендә дингә бәйле һәм уға бәйле булмаған төркөмсәләрҙе айырырға мөмкин.