Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/89

This page has not been proofread.

Бала-саға, үҫмерҙәр әсе итеп, зыйлатып һыҙғыра, уларға һыбыҙғылар ҡушыла.

Ямғыр, яу, яу,

Беҙ булайыҡ һау-һау! -

тип һамаҡлайҙар.

(22. 204)

Көньяҡ башҡорттарҙа йәнә "ҡурмас һыйы" йәки "ҡурмас ҡурыу" йолаһы булған. Көзөн, игендәр урып- һуғылғас, күмәкләшеп ҡырға сыҡҡандар. Ьәр кем яңы ашлыҡтан (башлыса бойҙайҙан) өлөш килтергән. Уны зур ҡаҙандарҙа майза йәки ҡоролай ҡыҙҙырғандар. Бында ла төрлө теләктәр әйтелгән, уйындар ойошторолған. Ҡурмастан барыһы ла ауыз иткән, ҡоштарға ла өлөш сығарғандар. "Ҡурмас һыйы", шулай итеп, үҙенсәлекле көзгө уңыш байрамына әүерелгән.

Ҡурмас бигерәк тә балаларҙың яратҡан ризығы. Ул элегерәк һәр йортта тигәндәй әҙерләнгән. Уның популярлығы тураһында үткән быуат тикшеренеүсеһе А.Игнатович бына нимә тип язып ҡалдырған: "Есть еще у башкир любимое кушанье - это курмач, но он делается только осенью по той причине, что курмач приготовляется из ячменя, поспевающего уже осенью. Сначала ячмень обжарят на обломке железного листа, вместо сковороды ... далее очищают от шелухи и толкут, а потом смешивают с конопляным жареным семенем, прибавляя по вкусу и достатку хозяина коровьего масла .. " (9. 54).