This page has not been proofread.
Ҡап-ҡап, балыҡ, ҡап,
Атайыңды саҡыр, әсәйеңде саҡыр8.
- * *
Ҡап, балыҡ, ҡап, балыҡ,
Әсәйемә ҙур балыҡ,
Атайыма ҙур балыҡ,
Биш ҡустыма биш балыҡ9.
- * *
Ҡап-ҡап, балыҡ, ҡап,
Яр башында ялтырап ят,
Яңы емгә иҫке балыҡ, ҡап-ҡап10.
- * $
Ҡыҙылғанат, Ғәҙелбанат, әсәйеңде саҡыр, атайыңды саҡыр, апайыңды саҡыр. Саҡыр, ҡап-ҡап! Ҡыҙылғанат, ҡап-ҡап14.
- * *
Ҡап-ҡап ҡармаҡҡа, эләгерһең бармаҡҡа, эләкмәһәң ҡармаҡҡа, әйләнерһең һармаҡҡа12.
- * *
Малайҙар балыҡ һөҙгөс эшләйҙәр. Кемдең балығы төшөп китә, шуға: «Ат башындай ҡомшороҡ, Ьинең ауыҙың йырыҡ»,— тип үсекләшәләр13.