Page:Geleyetdinov i toz balalar folklory bala sak uinapkolop ycer.djvu/16

This page has not been proofread.

Әлли-бәлли итәр ул,
Бейек йорттар һалыр ул.
Кешеләрҙе шат итеп,
Мәңге телдә ҡалыр ул.
Минең йөрәк бәғерем ул,
Ғәзизем ул, бер генәм.
Ҡыуанысым, шатлығым,
Бәү-бәү, минең йән генәм.
Иоҡла, улым, йом күҙең,
Иом-йом күҙең, йондоҙом,
Кисен тыныс йоҡлаһаң,
Уйнап үтер көңдөҙөң.
Әлли-бәлли, бәү-бәү,
Әлли-бәлли, бәү-бәү12.

  • * *

Бәү-бәү, тимен, йоҡла, тимен,
Ыласыным, бөркөтөм,
Иәш шоңҡарым, ҡарлуғасым,
Иом күҙеңде, етте төн.
Бөркөттәр ҙә йоҡлағандар
Урманда,
Кәкре ҡойроҡ эттәр генә
Урамда.
Бәү-бәү, йом күҙеңде,
Иоҡла, балам, йондоҙом13.

  • * *

Әлли-бәлли итәр ул,
Йоҡоларға китәр ул.
«Ығы» итеп, күҙ йомоп,
Иҙрәп йоҡлап кйтәр ул.
Алма кеүек тәгәрәп,
Үҫеп буйға етәр ул.
Ағайҙары артынан
Ил һаҡларға китәр ул.
Армиянан ҡайтҡас та
Илгә хеҙмәт итәр ул.
Бик тырышып эшләгәс,
Герой булып китәр ул.
Әлли-бәлли, бәү-бәү,
Иоҡла, балам, дәү-дәү...

  • * *

Иоҡла, улым, йом күҙең,
Иом күҙеңде, йондоҙом,
Йоҡламай һаҡлап торор
Бинең бәхет йондоҙоң.