Page:Rashida kniga.pdf/5

This page has not been proofread.

хасил итә. Донъяның концептуаль картинаһы иһә донъяның тел — был осраҡта башҡорт теле картинаһын нигеҙләй. Ғөмүмән, тел мөһабәт когнитив айсбергтың өҫкө, күҙгә күренгән өлөшө генә икән, ә уның аҫҡы, төпкө ҡатламын донъяның тел (тормош-көнкүреш, күҙәтеүсән) картинаһын нигеҙләгән донъяның концептуаль картинаһы аша тасуирлауға өлгәшеп була.

Когнитив лингвистиканың ошо күрһәтмә-концепцияларының иң мөһим өлөштәре «Йәншишмә ҡайҙан башлана?» хеҙ­мәтендә тикшеренеү объекты итеп алынып, ышандырырлыҡ дәрәжәлә иҫбат ителгән.

Хеҙмәттең үҙәгенә донъя мәҙәниәттәре һәм дини-фәлсәфәүи тәғлимәттәренән боронғо һиндтарҙа таралған Будда ҡануниәте һәм мосолман донъяһына хас булған исламиәт һалынған. Әгәр Көньяҡ Уралдан күсеп киткән веда арийҙарының Будда диненә нигеҙ һалырлыҡ йога тәғлимәте кеүек ғилемдәре булған икән, уның эҙемтәләре әле лә бында, уларҙың ҡанҡәрҙәштәре башҡорттарҙа һаҡланмағанмы икән ни? Авторҙың был һорауын риторик һорау тип ҡабул итәбеҙ, ни өсөн тигән­ дә китаптың тейешле бүлектәрендә уға яуап бар. Автор был осраҡта Будда ҡануниәте, уның нигеҙендә ятҡан йога тәғли­мәте, уларҙы ғәмәлләштереүсе санскрит теле хаҡында яҡшы хәбәрҙар. Йога тәғлимәтенең нигеҙен тәшкил иткән тәрән мәғәнәле концепцияға — кармаға ентекләп туҡталыуы ла алда әйткәнгә дәлил. «Йыһанға өлгәштереүсе ете ҡапҡа» бүлеген­ дә, мәҫәлән, йога тәғлимәтенең асылы булған төп ете чакраның санскрит атамалары үҙҙәренең тәү мәғәнәһенән әллә ни тайпылмай һаҡланып, ҡулланылышта йөрөүҙәре асыҡлана һәм ул һис шикһеҙ иғтибарға лайыҡ. Әйткәндәй, йога һәм буддизм терминдарын башҡорт теленең рухи хазинаһынан юллау һәм барлауҙы бөтә хеҙмәттә осратырға була. Бер үк ваҡытта сағыштырыу-оҡшаштырыу өсөн Ҡөрьән Кәримдән уларҙың йөкмәткеһенә ярашлы сүрә һәм аят өлгөләре (улар­ҙың дөйөм һаны яҡынса етмеш) бирелә бара.

«Урал батыр» эпосында йога тәғлимәте» тип исемләнгән бүлектә йога тәғлимәтенең көтөп алынған конкрет сағылышы тикшерелә. Башҡорт халҡының бөтөн донъяға билдәле атаҡ­лы эпосының береһе «Урал батыр» хаҡында әҙәбиәт бихисап, әммә әйтеләһе һүҙҙәр алда әле. Әйткәндәй, «Ватандаш» журналының 2013 йылғы 1—5-се һандарында «Оло «Урал

4