Page:Rashida kniga.pdf/6

This page has not been proofread.

батыр» — «Урал батыр» ҡобайырының тулы, ҙур варианты баҫылып сыҡты, ә был уның буйынса тикшеренеүҙәрҙең тема­ тикаһы ла, проблематикаһы ла тағы ла киңәйәсәк тигәнде аңлата. «Йәншишмә ҡайҙан башлана?» китабындағы «Урал батыр» эпосын йога тәғлимәте күҙлегенән сығып тикшереү, һис шикһеҙ, яңылыҡ булараҡ баһалана.

«Урал батыр» эпосы сюжеттары Ҡөрьән аяттарында» тигән бүлек үҙенән алдағыһының логик дауамы ла һәм йәнәшә үҫтерелеше лә. Хеҙмәттең авторы был юлы халҡыбыҙҙың иң боронғо рухи ҡомартҡыһындағы һүрәтләүҙәрҙе бөтә донъя мәҙәниәте һәм мәғрифәтенә бик ҙур йоғонто яһаған, тиңдәше булмаған әҫәрҙәге сүрә һәм аяттар менән уртаҡлыҡтарын табыу-юллауҙы маҡсат итеп ҡуя һәм шуға ирешә лә. Ғәжәп хәл бит: бер яҡтан, башҡорт халҡының бөтә донъяға билдәле атаҡлы эпосының береһе — «Урал батыр» һәм, икенсе яҡтан, донъялағы өс оло диндең береһенең нигеҙен тәшкил иткән, мосолмандарҙың иң ҡәҙерле, иң Изге китабы — Ҡөрьән Кәрим. Эпосыбыҙҙың кешелек донъяһы өсөн уртаҡ рухи хазина икәнен үҙебеҙ генә танып-белеү етмәй, ә уны башҡаларға таны­ тыу ҙа мөҡәддәс бурыс! Иң боронғоларҙан һаналған даосизм, Будда диненең нигеҙен тәшкил иткән йога тәғлимәте тура­ һында мәғлүмәт туплаған, башҡа донъяуи диндәрҙең Изге китаптары Эт-Тәүрат, Эз-Зәбур, Әл-Инжил, Ҡөрьән Кәрим китаптарына инерҙәй тасуирлауҙарҙы үҙ эсенә алған «Урал батыр» эпосының, ысынлап та, был йәһәттән дә тамырҙары бик тәрән һәм Ер йөҙөндәге барса халыҡтар өсөн дөйөм һәм уртаҡ. Хеҙмәттә халыҡ ижадының шулай уҡ боронғоларҙан һаналған төрө — мәҡәл һәм әйтемдәрҙәге (паремия) йөкмәткенең йога тәғлимәтенә ниндәй кимәлдә тап килеү-килмәүе йәһәтенән күҙәтеүҙәр иғтибар үҙәгендә булырлыҡ. Башҡорт халыҡ мәҡәл һәм әйтемдәрен ошо юҫыҡта бер ниндәй ҡыйын­ лыҡһыҙ һәм ҡаршылыҡһыҙ йога тәғлимәтенең төп принцип­ тарына ярашлы (был яңыса төркөмләү) төркөмсә ләп була: «Донъя — алмаш», «Донъя — алдаҡ», «Донъя — ғазап», «Оҡшаш оҡшағанын табыр», «Сәбәбенә күрә — эҙемтәһе». Хеҙмәттең киң тарихи, этнолингвомәҙәни контекста яҙылған бер бүлеген автор «Ҡурайы юҡтың өнө юҡ, өнө юҡтың көнө юҡ» тип атаған. Рәшит Шәкүр әйтмешләй, «әммә бына нисәмә йөҙ, ә бәлки мең йылдар буйы инде ҡурай беҙҙең 5