Page:Rashida kniga.pdf/72

This page has not been proofread.

генә күрә, ошо моң бер күңелдән икенсе күңелгә тотҡарлыҡпыҙ үтеп инә ала. Моң һәм гармония (үҙ-ара ярашлы, килешле бәйләнеш) һүҙҙәре лә тамырҙаш булып сыға! Ҡурай моңоноң бөгөн бөтөн Ер шары халыҡтары күңеленә хуш килеүе өҫтә һаналған барса миҫалдарыбыҙға дәлил.

Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гер¬бында һәм флагында сағылыш тапҡан ҡурайыбыҙҙың исеме лә халыҡтың үҙ атамаһы менән тамырҙаш һәм мәғәнәләш булып сыға! Ҡурай сатыр сәскәлеләр ғаиләһенә ҡарауы һәр кемебеҙгә мәглүм. Ҡояш яҡтылығын, йылылығын тойоп, яҙ башында шытып сығып, буй еткереп, орлоҡтарын ҡойоп, тәбиғәт алдында бурысын бар тулылығында үтәгәндән һуң, был үҫемлектең ҡураған көпшәһе моң ҡойорлоҡ булып өлгөрә. Башҡорт халҡында ҡурай культы һәм болан культы ҡояш культы