Айға мендем. Шәйехзада Бабич

Айға мендем (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1914.


Айға мендем


Айға мендем, ай нуры менән ҡойондом, уйнаным,
Күп һөйөндөм, һөйөнөс менән туйындым, туйманым.

Туйманым, айҙан уҙып, мендем ҡояшҡа ашҡынып,
Юҡ, шулай ҙа булманы ташҡын күңелде баҫтырып...

Шул барыштан барышыма, киттем Хоҙайҙың ғәрешенә,
Ун һигеҙ мең ғаләме артымда ҡалды барыһы ла.

Ни өсөндөр тапманым күңелем ҡарар ғәрешендә лә,
Көрсөйҙө күрһәм дә хатта тынманым уныһында ла.


1914