Алышҡа саҡырам

Алышҡа саҡырам (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (174-се бит) ISBN 5-295-03798-3


АЛЫШҠА САҠЫРАМ


Алышҡа саҡырам!
Кемдеме?
Үҙемде!
Йөрәккә төйнәнем
Бар асыу, түҙемде.

Кем еңер,
Аҡылмы?
Иҫәрлек ҡалҡырмы?
Ни тулыр йөрәккә?
Һалҡынмы ?
Ялҡынмы?
Мин – даһи!
Мин – меҫкен.
Мин түбән.
Мин өҫтөн!
Яҡларға юҡ хаҡым,
Ғәҙеллек – бар көсөм!

Һис тынмаҫ был алыш
Күңелдең түрендә!
Еңгән дә,
Бөлгән дә
Үҙемдә, үҙемдә!

Мәңгелек был тартыш
Тынған мәл.
Мин бахыр.
Алышҡа саҡырам ҮҘЕМДЕ,
Мин – БАТЫР!



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.