Башҡорт халыҡ йырҙарын әҫәрләнеп тыңлаған берәүҙең һорауҙарына яуаптар
1
Ниңә шулай оҙон тынлы,
Моңло, тиһең, башҡорт йыры?
Ә һин күҙ алдына килтер
Халҡым йәшәр ялан-ҡырҙы...
Иғтибарлап тыңла әле,
Ҡолағыңа салынамы,
Дала буйлап туп-туп тулап,
Тай-тулаҡтар сабышҡаны...
Ишетелә...
Аҡ ҡылғанлы
Дала-диңгеҙ тулҡын ҡаға,
Саңҡ-саңҡ итеп бөркөт ҡуна
Мәрмәр ҡая яурынына...
Бүре, төлкө тырнағынан
Ялан буйлап ҡуян ҡаса.
Шаян елдәр тирмәләрҙең
Кейеҙ ишектәрен аса.
Ҡурайсының ҡулдарынан
Сихырланған үлән моңо...
Шығыр-шығыр...
Ашъяулыҡҡа
Өйөлә бара арыш оно.
Ҡашы – ҡарлуғас ҡанаты,
Күҙҙәре – бешкән муйыл,
Сулпылы толом сәстәре
Болоттай ҡара, ҡуйы.
Һомғол, сая һылыуҡайҙар
Шаршау артына боҫоп,
Ҡымыҙ бешә,
Май яҙалар,
Моңло йырҙарын һуҙып.
Ил ағаһы – уҙамандар
Аҡһаҡал эргәһендә,
Ултыралар бишбармаҡлы
Ҙур табаҡ тирәһендә...
Табын ҡыҙа.
Ҡурай һуҙа
Аҡһаҡалы сәсәнгә.
Көй барында,
Бейеү барҙа
Була әле йәшәргә!
Ойоҡһотоп баҫып үтә,
Елпенеп ҡала елән,
Баҫҡан һайын ут сәсрәтә –
Был егет ҡайҙан килгән?
Уҡалы ҡара елән...
Бышҡыра тай.
Тирмә йоҡлай.
Шишмәләр сөкөрҙәшә.
Аҙашҡан балаһын эҙләй
Урманда өкө-әсә...
Таң һыҙыла.
Ҡашмау кейә
Ирәндек-тау ҡыҙылдан.
Ҡояш аса нур-күҙҙәрен
Һабантурғай йырынан.
Сиңерткәләр салғы яный,
Тумыртҡа утын яра.
Силәк сыңлай.
Уңған килен
Шишмәгә һыуға бара...
Күҙ алдына килтер ҙә бер,
Йырламай түҙеп ҡара!
Тамырыбыҙ йәшәү көсөн
Тәрән тарихтан ала.
Тәбиғәттәй киң булғанға
Күңелкәйе халҡымдың,
Даръяларға һыймаҫ моңо
Ала шулай алҡымдан...
2.
Ниңә шулай зарлы, тиһең,
Башҡорт халыҡ моңдары?
Аптырата йырҙарымдың
Һүҙгә һаран булғаны?
Ауырҙыр
Тын ҡалғанымда
Хистәремде аңлауы.
Эйе, йөрәгемде өтә
Сал тарихым шаңдауы...
Тыңла,
Быуаттар тарихын
Хаҡлыҡ ебенә теҙәм,
Йырламайым,
Йәштәремә
Быуыла йөрәк...
Түҙәм!
Ҡырағай башҡорт, тигән дә
Еремде кем тапаған?
Кем алдаған?
Кем талаған?
Кем ҡырағай һанаған?
Ҡырағай булған өсөнмө
Асҡан тәбиғәт телен?!
Йәнһеҙ ҡурайға йән өрөп,
Уйнаған йөрәк көйөн?!
Ҡырағай булған өсөнмө
Үҙ ерем ташламаған,
Сит ҡәлғәне баҫымсаҡҡа
Бер аҙым атламаған?!
Тынғыһыҙ күршеләр әгәр
Тирмәгә үрт һалһалар,
Нәфрәте күскән ҡылысҡа –
Башҡорт өнһөҙ ҡалмаған!
Көслө ҡулдар ҡайырғанда
Ғорур бөркөт ҡанатын,
Ҡауырһындар тарих яҙған
Йөрәктәрҙе ҡанатып...
Буранбайҙар юғалмаған,
Бығауҙар ыуалмаған,
Һағыштарҙы,
Ҡарғыштарҙы
Һырдаръя йыуалмаған.
Себерҙә ҡылыс, һөңгө юҡ;
Сит ерҙә ҡурай үҫмәй –
Һөргөндәге күңелдәрҙең
Нәфрәте моңға күскән...
3.
Ниңә шулай һағыш тулы,
Наҙлы, тиһең, башҡорт йыры?
Тарихтың сал саҡрымдарын
Яҡтырталыр хәтер нуры...
Бөркөтһөҙ ҡалған ҡаяға
Ҡоҙғондар эйәләшкән.
Һандуғастар йырлар булған
Таштуғай, Төйәләҫтә.
Төнөн яңғыҙ Айға бағып,
Зөлхизәләр илаған.
Һүҙгә һаран башҡорт моңон
Тыңлаған ел-уҙаман.
Ә ҡоҙғондар,
Көнләшеүҙән
Һандуғас тауышына,
Көлөргә уйлап халҡымдың
Бәхетһеҙ яҙмышынан,
Телен ҡырҡҡан.
Моңдан ҡурҡҡан!
Ғорурлығынан ҡурҡҡан!
Тик халҡымдың күңеленән
Йөрәк ярып моң ағылған
Ҡан ғына тулы урттан...
Тыңла әле халыҡ йырын,
Һүҙҙәрем – күҙҙәремдә.
Тарих шишмәһе урғыла
Йөрәгем үҙәненән...
Халыҡ йыры – тарих теле.
Быуаттар хазинаһы.
Бары тыуған ерҙән генә
Улар бит табылаһы.
Йырҙарым оҙон.
Сабыр бул!
Өҙә күрмә сылбырҙы!
Аҡылһыҙ һүндерә күрмә
Күгемдәге йондоҙҙо.
Йырҙар йәшәткән халҡымды
Тере шишмәләр булып,
Ғорурлығымды уймағыҙ,
Йөрәгем моңға тулы!