Аңланым. Шәйехзада Бабич

Аңланым (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1916.



Аңланым


Ел ҡыуып, күккә ҡарап, үткән ғүмерҙе белмәнем,
Иркә саҡтар үттеләр, яңғыҙ тороуҙы белмәнем.

Күкрәгемдә һүнделәр ялҡындарым хәсрәт менән,
Ирҙән айырылмаҡ әсе хәсрәт икәндер - белмәнем.

Ал мине, дуҫым, тиһәм дә, илтифат та итмәне,
Кескенә бер ҡыҙ менән торҙом да ҡалдым - белмәнем.

Ҡыҙ-ҡатындарҙың баҙары юҡ хәҙер, сөнки һуғыш,
Яңылышып, бик наҙланып киткән икәнмен - белмәнем.

Ул үҙенә ҡыҙ табыр, әммә миңә ҡайҙа кейәү?
Мин өмөт иткән кеше ҡасҡан икәнен белмәнем.


1916