Башҡортостан мөхтәриәтенә ҡаршы татарға. Шәйехзада Бабич

Башҡортостан мөхтәриәтенә ҡаршы татарға (Шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Сығанаҡ: Беҙ үҙебеҙ — башҡорттар (китап).Шәйехзада Бабич


Башҡортостан мөхтәриәтенә ҡаршы татарға


Намыҫ менән уйнап уңалмаҫһың,
Бикәр китер һинең талашың;
Еңалмаҫһың мәңге, тыялмаҫһың
Ирек һөйгән Урал балаһын!..

Һеҙҙән түгел, башҡорт урыҫтан да,
Етер инде, байтаҡ ҡыҫылған...
Үҙе өсөн үҙе тырышҡанда
Таяҡ тыҡма, булһаң мосолман!..

Кәрәк түгел һиңә, ҡафлаҡ һатып,
Иблесләнеү, янау, тарланыу.
Бер ҡурҡытҡан булып, бер алдатып,
«Харап булдың!» – тиеп зарланыу.

Алданыуға башҡорт ҡурсаҡ түгел,
Тешең етмәҫ инде терһәккә!..
Беҙҙә намыҫ, ялҡын һәм аҡ күңел,
Мыҫҡыл итмә беҙҙе, йәберһетмә!..

«Ҡушыл беҙгә, башҡорт», – тигән менән
Айырылһынмы башҡорт милкенән?
Йәшел сапан, салма кейгән менән
Төлкөлөгөң мәғлүм һыртыңдан!..