Башбит/Бөгөнгө анонстар/2014/27


 -  2014 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53



Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар



Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар,
Күп ырыуға баш йорттар.
Беҙҙә гәүһәр, беҙҙә йәүһәр,
Беҙҙә һәр бер ашлыҡтар.

Беҙҙә тиңһеҙ сәхрәләр.
Сәхрәләр – ожмах улар;
Унда гөлдәр тирбәнеп,
Йәмләнергә саҡыралар.

Унда ҡоштар һайраша,
Күлдә ҡамыш шаулаша.
Ҡамыш буйы әрүшә,
Тамаша, әй тамаша.

Беҙҙә ҡалын урмандар,
Беҙҙә данлы Урал бар;
Урал аҫты алтындыр,
Өҫтә – шәфҡәт балҡыйҙыр.

Һиҙен, башҡорт, бәхетеңде,
Төшөн, башҡорт, атыңды;
Күрер өсөн тәхетеңде,
Истиҡбалың алтынлы.



…Шәйехзада Бабичтың башҡа әҫәрҙәре