Башбит/Бөгөнгө анонстар/2014/48


 -  2014 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53


Әсәйемдең көмөш балдағы


Ярты сәғәт элек үлеменән,
Һул ҡулынан сисеп балдағын
Әсәкәйем минең ҡулға һалды:
“Төҫөм итеп, балам, һаҡларһың!

Һинән риза булып китәм, балам.
Тыныс йәшә ерҙә, илама.
Фатихамдың төҫө итеп бирәм-
Балдағымды, балам, ташлама!”

Ошо көндән минең һул ҡулымда
Әсәйемдең көмөш балдағы,
Фатихаһы – яҡлау, кәңәштәре-
Минең өсөн аҡыл һандығы.

Йоҡарып та, тарайып та бөттө,
Биҙәктәре бер ҙә ҡалманы,
Затлы биҙәүестәр таҡһам, таҡтым-
Был балдаҡты ҡулдан һалманым.

Сисһәм, башҡа ҡайғы килер кеүек,
Әсәйемә булыр хыянат.
Бәлә-ҡазаларҙан һаҡлай кеүек
Бына ошо изге аманат.

Үҙ-үҙемде шулай ышандырҙым.
Хәҡиҡәтме ошо, алдаҡмы?
Сисмәй тағам көмөш балдағымды-
Мин һынырмын микән, балдаҡмы?

Балдаҡ ҡулда - әсәкәйем йәнәш,
Тыныс булыр ғүмер алдағы.
Изге фатихаһы булып яҡлай
Әсәйемдең көмөш балдағы…


2014

…Фирүзә Абдуллинаның башҡа әҫәрҙәре