Йәншишмә ҡайҙан башлана
АСЫЛА БАРҒАН СЕРҘӘР ДОНЪЯҺЫ Китаптың «Рух — милләттең йәшәү көсө» тип аталған инеш һүҙ менән башланыуы һис кенә лә юҡҡа түгел. Лингводидактик әҙәбиәттә лә башҡорт тигән халыҡтың рухи булмыш-билдәләрен, донъяға ҡараш-офоҡтарын һ. б. ҡиммәттәрен барлап, күҙаллап сығыу зарурлығы күҙәтелә. Ғәҙәттә, башҡорт халҡының рухи билдәләре итеп түбәндәгеләрҙе күрһәтәләр: тәбиғәт балаһы; сал тарих төпкөлөндәге боронғо халыҡ; моңло халыҡ; тәүгеләрҙән булып тарпанды ҡулға эйәләштергән халыҡ; үҙенсәлекле ғөрөф-ғәҙәте, йола-ырымдары, әҙәп-әхлаҡ ҡанундары булған халыҡ; үҙ милли орнаменттарын ижад иткән халыҡ; мифлы-динле халыҡ; эпослы халыҡ; шәжәрәле халыҡ; үҙ милли символдарына эйә булған халыҡ; милли мәҙәниәте үҫешкән халыҡ; ватансыл халыҡ; энциклопедиялы милләт һ. б. Тимәк, «Йәншишмә ҡайҙан башлана?» тигән һорауға яуапты уҡыусы үҙ халҡының илаһи булмышынан, йәғни менталитетынан, рухи донъяһының ғәжәп киңлегенән, уның офоҡтарының сикһеҙлегенән, аҡыл-зиһен һәм уй-тойғо эшмәкәрлегенең иҫ киткес күп яҡлылығынан һәм тәрәнлелегенән, рухи ҡиммәттәренең кешелек донъяһы кимәлендәге юғарылылығынан эҙләй һәм таба ала. Халҡыбыҙҙың рухи сығанаҡтарын эҙләп табыу һәм килер быуындарға еткереү — һәммәбеҙҙең бурысы. Был юлы уның ҡабатланмаҫ өлгөһөн һәм уникаль тәжрибәһен үҙ аллы тикшеренеүсе автор — Рәшиҙә Хәй ҡыҙы Ғизәтуллина тәҡдим итә.
|
|
....Йәншишмә ҡайҙан башлана