Кәрәҙҙәргә тултырылған ҡояш нуры
Урмандарға, тиҫтәләгән төр сәскәгә күмелгән болон-туғайҙарға бай Яңауыл яҡтарында халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлө – ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеү өсөн йомарт тәбиғәт уңайлы шарттар тыуҙырған. Бөгөн районда 50-ләп ҡорт баҡсаһы, 10 меңдән артыҡ умарта бар. Август мәғлүмәттәре буйынса, дөйөм алғанда, төбәктә 900 центнер бал алынған.
Ҡортсолоҡ менән әүҙем шөғөлләнеү башлыса шәхси ихаталарға тура килә. Ауыл ерендә йәшәгәндәрҙең һигеҙ меңгә яҡын умартаһы бар. Яңауыл ҡалаһының үҙендә көн күргәндәр иҫәбендә улар 855 күс тәшкил итә. Ауыл Советтары буйынса ҡарағанда, иң күп умарта Яңы Артауылда теркәлгән – 1671 баш, артабан Ямаҙыла – 870. Первомайскийҙа 760 умарта хужаларын татлы ризыҡ менән тәьмин итә.
Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары өлөшөнә 880 умарта тура килә. Иң күп ҡорт тотоусылар булып Айҙар Имамов, Нәрфис Мостафин, Исмаил Алиевтар һанала. Райондағы ауыл хужалығы предприятиеларында 334 баш умарта булып, улар «АгроМ», «Ураҙы агрофирмаһы» һәм «Стандарт» йәмғиәттәрендә.
|Ансар Нуретдинов. Кәрәҙҙәргә тултырылған ҡояш нуры // «Башҡортостан» гәзите, 2016, 30 сентябрь ...дауамы