Бойоҡма һин

Бойоҡма һин (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 2001. Нәшер ителгән: 26.01.2002,№9, газета "Йәшлек". Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (132-се бит) ISBN 5-295-03798-3


БОЙОҠМА ҺИН*


Бойоҡма һин яңғыҙ ҡалдым тиеп,
Һуңланым тип, йәшлек яҙына,
Кемдер берәү була – һине уйлар,
Кемдер берәү һине һағына...

Бәлә килһә, елдән хәбәр ебәр,
Күңел ҡапҡаларың асылыр -
Кемдер берәү һиңә бәхет теләр,
Кемдер берәү һиңә ашығыр.

Шатлығыңа йыһан тар сағыңда
Йондоҙҙарға тарат йыр итеп -
Кемдер берәү күккә текләп илар,
Кемдер йырлап күңел йыуатыр.

Моңаймасы берүк, донъя көләс,
Һин йылмайһаң, ул да мөләйем.
Йылдар аша килеп етә алмай,
Кемдер һиңә илтә йөрәген...
Һиңә генә...

  • Моңаймасы - шиғырҙың икенсе исеме



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.