Табип-Ҡояш

Табип-Ҡояш (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 28.08.2000.Өфө. Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (131-се бит) ISBN 5-295-03798-3


ТАБИБ–ҠОЯШ


Йөрәк әрней, йөрәк һыҙлай –
Тынғы тапмай үрһәләнәм,
Йәнем тулай, гүйә юлсы,
Таш ҡаяға үрмәләгән.
Аҫта - упҡын.
Өҫтә – Ҡояш.
Тая, тая табандарым,
Ҡайҙа арҡан ташлар дуҫым,
Ҡайҙаһығыҙ, туғандарым?!
Барыһы ла теге ярҙа
Үҙ хәстәре менән була.
Теремен бит.
Һис хафа юҡ.
Тик ысҡына хәҙер ҡулдар.
Үпкәләмәм.
Үрмәләйем,
Ҡояшымды күрәһем бар,
Улҡайымдың, ғәзиземдең
Сикәһенән үбәһем бар…
Тамсы тама…
Эй мөғжизә!
Ҡояш үҙе миңә килә,
Ысыҡтарҙы тамсы итеп,
Шифалы һыу тәнгә бирә.
Сөм күк күкте ябынған да
Ҡояш үҙе ҡулын һуҙа,
Йылмайыуы – йәнгә сихәт,
Йөрәгемә өмөт тула.
Бына инде менеп еттем,
Тамсыларҙан ҡеүәт алып,
Аҫта упҡын. Баш осомда
Мәрхәмәтле нурын һибеп,
Ҡояш балҡый. Ҡояш балҡый!



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.