Буржуй. Шәйехзада Бабич

Буржуй (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1917.


Буржуй


Ҡып-ҡыҙыл ҡандар йүгергән күҙҙәреңдең ағына,
Күҙләүең — ҡорһаҡ ҡына, һүҙҙәрең — донъя ғына.

Социал тимһең үҙеңде, ҡып-ҡыҙыл, тип, маңлайың?
Ник ҡыҙыл ул? Сөнки имгәнһең фәҡирҙәр күҙ майын.

Ник ҡыҙыл ҡандан буялған күҙ төбөңдөң керпеге?
Юҡ һинең күңелең төбөндә тамсы шәфҡәт бөртөгө.

Ник һинең мәҡһүр[1], ҡалын иренең ҡарағусҡыллана?
Сөнки күңелеңдә фәҡирҙәргә асыу, мыҫҡыл яна.

Шул көйөнсә һин тағы булған булаһың социал,
Уң беләккә бәйләп алғанһың ҡыҙылдан таҫтамал!


1917

Иҫкәрмәләр

  1. мәҡһүр — ҡәһәрле