Зәңгәр күк — тажым, сыбар ер — тәхетем,
Үҙем — азат йән, аҡ ҡояш — бәхетем.
Йондоҙҙар һәм ай — серсе дуҫтарым.
Һандуғас, турғай — йырсы ҡоштарым.
Сыҡһам сахраға, гөлдәр, үләндәр
Тәғзим итәләр[1], биреп сәләмдәр.
Йән сәсәктәрем, гөл ҡанаттарым,
Оса янымда күбәләктәрем.
Латиф[2] ел — саба[3], тип: "Мәрхәба!.."[4]
Һөйөп, иркәләп йөҙөмдән үбә.
Менһәм тауға, их, осайыммы һуң!..
Бөтә офоҡто ҡосайыммы һуң!
Гөлдәр йылмайған, ҡырҙар нурланған,
Бөтә ер-күге нурға сырмалған.
Шашам, ашҡынам... Шатланам сикһеҙ.
Азат мин, азат! Бәхетем офоҡһоҙ!