Быума (поэма). II. Ҡолдәүләт

Быума*
автор Ҡолдәүләт
Ижад итеү ваҡыты: 1990, Йоматау.. Сығанаҡ: Ҡолдәүләт. Ҡ 50 Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2008. — 232 бит. ISBN 978-5-295-04498-4


Әрнеүҙәре була һәр замандың,
Һәр замандың була үҙ сире...

Быума[1]

(Поэма)

II


...Инәйҙәрем һөйләр ине әүәл
Һәр ауылдың булған бер таҙы...
Беҙҙең колхозда ла булды берәү,
Исемдәре уның — Мөждәбә[2];

Тауыштары үгеҙҙеке һымаҡ,
Кәүҙәгә лә үҙе тап-таҙа.
Нисәмә йыл мирҙы ҡан илатып,
Хужа булып торҙо ауылда.

Ялағайҙар артын ялай-ялай,
Бейей ине уның алдында.
Ялағайҙар ярай бейеһен дә,
Нимә уйлағандыр башҡалар...

Ул ауылдың Аллаһы ла булды,
Була белде уҫал батша ла.
Торғонлоҡ та тигән туң замандың
Бер емеше ине Мөждәбә.

Әҙәм генә түгел, ер-һыу ҙа бит
Мөждәбәнән күрҙе күп ҡаза.
Бер көн шулай бының күҙе төшкән
Баҡыр карьерының ташына.

Ул карьерҙың ташы ҡайғы булып
Бик күптәрҙең төштө башына.
...Ер күкрәген йыртып тау артында,
Баҡыр сығаралар эргәлә.

Эшкәртелгән руда ҡалдыҡтары
Өйөлгәндәр ыҫпай күбәләй.
Был яһалма тауҙар шундай бейек,
Ә таштары төрлө төҫтәрҙә.

Шул таштарҙы матур тәтәй күреп,
Уйнай инек айлы кистәрҙә.
Ҡарамаҡҡа күңел ҡыҙыҡтырыр
Был таштарҙың ағыу икәнен,
Ҡайҙа инде беҙгә, малайҙарға,
Хатта өлкәндәр ҙә белмәне!

Шул таштарҙан сыҡҡан зәһәр нурҙар
Ҡаныбыҙға һеңгән ыу булып.
(Эй, хәтерем, зинһар, ғазаплама,
Үткәндәрҙе, тимен, һин онот!..)

Нисек оноторға барыһын да!
Ҡайғыларҙан сәс ағарған кеүек,
Ағарғанда тәндә ал ҡаным?!
Үҙ ҡайғымды онотҡанда ла мин,
Онотмамын ыулы йылғаны...

  • * *

Ауылымдың артында
Бормаланып-һуҙылып,
Йәнтөйәккә йәм өҫтәп
Аға минең Ҡыҙылым.

Яр буйҙары тал-тирәк,
Ә һыуҙары тап-таҙа.
Һыуғынамды ҡоротто,
Тал-тирәкте ул ҡырҡты,
Әлеге шул Мөждәбә.

Эш күрһәтәм тиеп ҡай саҡ,
Эшләр ине уйламай.
Торғаны бер алабарман,
Торғаны бер дыуамал!

Тау-тау ятҡан ташты күреп,
Килгән шундай фекергә:
«Буштан килгән был байлыҡты
Ниңә әрәм итергә?!»

Уйлап сығарырға тиһәң,
Оҫта инде бигерәк:
«Был таштарҙы ташып алып,
Йылға быуырға кәрәк!..»

Бер аҡһаҡал Мөждәбәгә
Шул мәл аҡыл өйрәткән:
«Ташымағыҙ һыу быуырға
Ташты Баҡыр Үҙәктән.

Ул таштарҙың әүәлдән үк
Булған серле хикмәте:
Шул тирәлә йөрөгән малға
Ҡағылған, ти, зәхмәте...

Ашыҡмайыҡ, уйлашайыҡ,
Ултырайыҡ, уландар.
Изге эш алдынан әүәл
Ҡарттар кәңәш ҡорғандар».

– Ниндәй кәңәш?! Был колхозда
Бары мин генә хужа!
(Шул «хужалар» арҡаһында
Беҙ күрҙек күпме нужа...)

Шулай итеп туң Мөждәбә
Япҡан бабай ауыҙын.
Шул оңҡоттоң һүҙен тыңлап,
Ең һыҙғанып һыу быуырға
Тотондо бит ауылым...

Әллә нишләп ярһыйым мин,
Хәтерләһәм ул йылды.
Эй, Ҡыҙылым! Асыуынан
Ситлектәге кейек кеүек
Бәрелде лә һуғылды.

Һуғылды ла таш быуаға,
Тағы, тағы ташланды.
Ғәрлегенән сәсәне ул,
Еңалмағас таштарҙы.

Әҙәм үҙе бикләп ҡуйғас,
Нишләйһең инде ҡыҙып?!
Ҡыҙара-бүртте, быума тотҡан
Бер ауырыу һымаҡ, Ҡыҙыл.
Йәш бер тайҙай эй туланы,
Ярҙарынан ул сығып,
Тик бер кем дә һонманы шул
Уға һауа яҫтығын...

Йылан кеүек быуа ята,
Сәсеп зәһәр ағыуын.
Йырып алып китә алмай
Хатта ярһыу яҙ һыуы.

Бер ни белмәй, сабый һымаҡ,
Имде Ҡыҙыл таш ыуын,
Имгән һайын төҫө ҡасты,
Буръяҡланды саф һыуы.

Таш быуаны имә торғас,
Уның төҫтәрен алды;
Йә йәшмәләй йәшелләнде,
Яҡуттай берсә янды.

Беҙгә нимә, төҫлө булһын!
Беҙ шат төҫлө быуаға.
Көнө буйы сәп-сәп килдек
Ыштанһыҙ бала-саға.
Яттарҙы яҡын юлатмай,
Үҙебеҙ генә инеп...

Йәшелле-күкле быуаға
Яман маһая инек:
«Беҙҙең быуа шундай матур!
Ҡояшта ята уйнап.

Уның төҫлө таштарын
Тәтәй ит тә һин уйнат.
Ә балыҡмы? Ул балыҡ ни,
Беҙҙә быуа быуырлыҡ,
Ауһыҙ-ниһеҙ көрәк менән
Һоҫоп ҡына алырлыҡ.

Ана, күрҙиш, һыу өҫтөндә
Йөҙә эҫтәре күбеп.
Әйтерһең дә, ап-аҡ күбек –
Һөт борғандағы кеүек...»

Шаптыр-шоптор, шаптыр-шоптор…
Төшәбеҙ ҙә быуаға,
Балыҡтарҙы беҙ сүпләйбеҙ,
Эй ҡыуана, йыуана.

Шалтыр-шолтор, шалтыр-шолтор…
Эх, тәмле лә һуң балыҡ!
Эсе күпкән балыҡтарҙы
Беҙ бүккәнсе ашаныҡ.

Шалтыр-шолтор... Малайҙарға
Һис бер кәртәләр юҡтыр!

...Мин әсәйемде һағындым,
Ҡайтарсы өйгә, духтыр...
Ағыуланған булған йылға...
Быны беҙ белдек аҙаҡ.

Бына шулай башҡа етте
Эшем эйә Мөждәбә.
Мөждәбәгә һис үпкәм юҡ,
Ауырыу ине замана.

Ә мин бары шул заманда
Тыуып үҫкән бер бала...
Был сир өсөн бер кешегә
Буламы ни үпкәләп?
Замананың ыу-киҙеүе
Йоҡто минең үпкәгә.


1990. Йоматау

  1. Быума – бында астма мәғәнәһендә.
  2. Исемдәр үҙгәртелде