Быума (поэма). III. Ҡолдәүләт

Быума*
автор Ҡолдәүләт
Ижад итеү ваҡыты: 1990, Йоматау.. Сығанаҡ: Ҡолдәүләт. Ҡ 50 Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2008. — 232 бит. ISBN 978-5-295-04498-4


Әрнеүҙәре була һәр замандың,
Һәр замандың була үҙ сире...

Быума[1]

(Поэма)

III


Тән ғазабы бер ни түгел икән,
Йәндең һыҙланыуы мең ғазап.
Беҙҙең күңелдә лә йәшәй бит ул
Ихласлыҡты быуыр Мөждәбә...

Эй был ауырыуым! Шул арҡала
Был тормошта күрҙем гел ҡаза.
Бер мәл быуҙым ихлас һөйөүемде,
Быуған һымаҡ һыуҙы Мөждәбә.

Әллә үҙем сирле булғанғамы,
Шыр хыялый әллә булғанға,
Мин ынтылдым һәр саҡ матурлыҡҡа –
Күңелемде әйҙәп торғанға.

Күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән
Гүзәллеккә гел-гел ынтылдым.
Тик өмөтөм бер ҙә аҡланманы,
Йәмһеҙлеккә генә тап булдым...

Ғазаплана инем эҙләй-эҙләй
Хыялыма тиң бер матурлыҡ.
Булғас булһын, имеш, шундай йәрең –
Көндәр буйы ҡарап ятырлыҡ!..

Күңел көҫәгәнде таба алмай
Матурлыҡҡа ҡырыҫ заманда.
Ғәрлегемдән мин быуыла инем,
Боғаҙымдан быума алғандай.

Юҡ, юҡ! Үҙем өсөн ғәрләнмәнем,
Бар кешелек өсөн мин яндым.
Бәндәләрҙең боҙоҡлоғо өсөн,
«Зәғифлеге» өсөн оялдым...

Йәшлектәге ихлас яныуҙарым
Булған икән бары йүләрлек.
Буламы ни боҙоҡ заманала
Илаһи бер бөйөк гүзәллек?!

Кисерегеҙ мине, асыуымдан
Үткәндәргә уҡтай ҡаҙалһам.
Ул ваҡытта бары ялған ине,
Матурлыҡ та ине яһалма...

..Тик барыбер мин осраттым уны.
(Булһа була икән тормошта!)
Бындай гүзәллекте көтмәгәйнем,
Төндәр буйы хыял ҡороп та...

Әрһеҙ яһалмалыҡ баҫҡан саҡта,
Сәскә атҡан саҡта ялғанлыҡ,
Бындай тәбиғилек нисек итеп
Үҙен үҙе һаҡлап ҡалғандыр?!

Ул тәбиғи ине, ләйсәндән һуң
Ал таждарын асҡан сәскәләй.
Һәр ҡарашы уның, хәрәкәте,
Сылтыр-сылтыр аҡҡан шишмәләй,
Күңелемде наҙлап иркәләй...

Гүзәлдәрҙең ул гүзәле ине,
Камил ине ул ҡыҙ һәр яҡтан.
Гүйә, беҙҙең донъябыҙға килгән
Яңырыу ҙа тигән быуаттан...

Хәтерләтте берсә Мадоннаны,
Бер ҡараһаң Мона Лизаны.
Саф йөҙөнә уның ҡунмағайны
Замананың остоҡ туҙаны.

О, күрһәгеҙ әгәр, балҡып торған
Матур тантанаһын ул саҡтың.
Шатлығынан күңел һөрән һалды:
«Хыялыма тиңде мин таптым!
Мин таптым!.. Мин таптым!..»

Тик оҙаҡҡа барамы ни ихлас
Тойғоларҙың сағыу байрамы?!
Бер нәмәне тылҡығанда күңел,
Икенсене аҡыл һайраны...

Имеш: «Ҡайҙа инде һин ауырыуға
Шундай гүзәллеккә тиңләшеү...»
Үҙ-үҙемде үлтерерҙәй булдым,
Сәскәнән дә уны көнләшеп.

Ә аҡылым миңә үс иткәндәй,
Үртәне лә йәнде үртәне:
«Эй, хыялый, бушҡа ынтылаһың,
Ул йондоҙға буйың етәме?!

Баҙнат итеп нисек үреләһең,
Һин бит ауырыу, һин бит тиң түгел...»
Көсһөҙлөктән нишләргә лә белмәй,
Өҙгөләнде, янды был күңел.

Үҙ-үҙемдең «зәғифлегем» өсөн
Мин ташҡындай таштым ғәрләнеп.
Ҡәһәрләнем тыуған көнөмдө лә,

Әсәйемде хатта әрләнем.

Аҡыл һаман үҙенекен итте:
«Ул бит Аллаларға торошло!»
Күңелемде шулай буйһондорҙо
Ҡырыҫ ҡанундары тормоштоң...

Ярһып-ярһып ашҡынды ла күңел,
Йыралмағас аҡыл-быуаны, –
Тойғоларын йомоп үҙ- үҙенә,
Кешеләрҙән ҡасып иланы...

Кешеләрҙән айырылды ла ул,
Бар донъянан төңөлөп, бикләнде.
Быуылып та ятҡан йылға һымаҡ,
Боролдо ул, яйлап мүкләнде.

Аҡланмаған хыял-өмөттәрҙән,
Асыу-үпкәләрҙән «боҙолдо».
Әйтерһең дә, руда ҡалдығынан
Ағыуланған һыуы Ҡыҙылдың...

Ул ваҡытты хәҙер хәтерләһәм,
Йөрәгемдән килә йән сығып.
Тойғоларым үлде, ыулы һыуҙа
Үлгән кеүек балыҡ тонсоғоп.

О, был һалҡын аҡыл! Бер йәнемә
Күпме һыҙланыуҙар килтерҙе.
Үҙ ҡулдарым менән һөйөүемде
Мөждәбәләй быуып үлтерҙем...


1990. Йоматау

  1. Быума – бында астма мәғәнәһендә.