Бәхетһеҙ мин. Шәйехзада Бабич

Бәхетһеҙ мин (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Сығанаҡ: Бабич Шәйехзада. Беҙ үҙебеҙ - башҡорттар: шиғырҙар, поэмалар, фельетондар, мәҡәләләр, хаттар, көндәлектәр. - Өфө: Китап, 1994. - 640 бит.


Бәхетһеҙ мин


Татлы өмөттән башым буп-буш булып ҡалған хәҙер,
Күкрәгемә үрмәксе ояһы сырмалаған хәҙер.

Ҡайҙа барһам, ҡайҙа торһам да бәхетһеҙ кәүҙә мин,
Шул бәхетһеҙ зинданында мин дә тотҡон, ауҙа мин.

Көн һайын миндә бәхетһеҙлек кенә арта бара,
Яйһыҙ, уңайһыҙ, ҡырыйһыҙ юлына тарта бара.

Мин, шулай моңлана торғас, татлы уйҙарға күсәм,
Төрлө хыялдарға батып, ғәрше әғләгә осам.