Бөгөнгө көнөм (шиғыр)

Бөгөнгө көнөм (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (10-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


Бөгөнгө көнөм


Көнөм, мин тыуҙырған сабый.
Ырыҫыма ҡойондорам,
Ғүмерҙең нур-арауығын
Күкрәгемә ҡыҫып торам.

Көнөм – сабый.
Һәр сәғәтең
Өс-дүрт йылға тиң үҫерһең,
Егерме дүрт сәғәттә лә
Бер ғүмерлек юл үтеһең.

Бәхетлемен!
Бергә-бергә
Һине тәпәй атлатамын,
Кешелекле, йомарт бул, тип,
Ҡағиҙәләр ятлатамын.

Баҫып торған ергенәңде –
Бишегеңде – ҡурсала, тим,
Иртән һин юҡ,
Бары бөгөн –
Батша, хаҡим, урталаһың!
Һин – минеке!
Мин – һинеке!
Изгелектәр ҡылып өлгөр!
Зәғифләнмә, ғәрипләнмә,
Һин – ғаләмгә осор шөңгөр,
Һин – киләсәк юраусыһы,
Тайпылма һис һуҡмағыңдан,
Хәркәттә – бәрәкәт, ти,
Һаҡлана күр туҡталыуҙан…

Хушлашҡанда минең менән
Фатиха бир, аҡһаҡалым,
Иртән тыуыр сабыйға ла
Күсһен һинең аҡыл, даның!
Көнөм – мин тыуҙырған сабый!





This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.