Замана (шиғыр)

Замана (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (11-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Замана


Олоно оло тип, кесене кесе тип,
Белмәгән замана...
Ҡурғаш һәм ут түгел,
Ҡурҡаҡ һәм буш күңел,
Һүҙ менән, тел менән яралан!

Яралан, язалан,
Аҙаҡтан ҡалалар
Бары тик буш эштәр өйөмө.
Йөрөргә, бейергә
Кәрәкме заманға
Ҡул-аяҡ бәйләнгән көйөнә?

Яҡшылар, яҡтылар
Аҡтылар ҡәбергә
Хаинға һәйкәлдәр ҡойғанда...
Һөйләргә, уйларға,
Йырларға тейешбеҙ
Ауыҙға ҡара ҡан тулғанда?!

Ялғанды күрергә,
Нахаҡҡа түҙергә,
Көс табам асырға күҙемде.
Бик ауыр ташлауы
Үткәндәр ҡоршауын –
Мин үҙем һағындым
Үҙемде.

Яңы көн ярала,
Яр һала ҡарһалан
Ҡарындан ҡотолған балалай.
Был – беҙҙең замана
Тын ала, бер сәсәй:
Ынтыла иреккә ҡабалан...

Был – һинең күңелдә,
Был – минең күңелдә
Үлемһеҙ замана ярала.
Уяу бул, замандаш,
һәр һүҙең, эшеңдән,
Өр-яңы замана башлана!





This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.