Тыуғандан уҡ белә инем бит мин,
Һиҙә инем бөркөт икәнемде,
Дошмандарҙы еңгән һалдат рухын
Күңелемә алып үҫкәнемде.
Гел ашҡындым шуға бейеклеккә,
Хыял түбәһенә олғашырға,
Тоғро ҡалдым әммә төп ояма,
Тыуған яғым - ғәзиз Йомашыма!
Ҡыйғыр бөркөт иңләр бейеклектән
Барыһын да ус төбөндә күрҙем,
Илебеҙгә килер үҙгәреште
Алданыраҡ шәйләне гел күҙем.
Тыуған халҡым!
Башҡортостан, илем!
Яҙмышыңа ҡандай ҡәрҙәш йәнем,
Балаларын ҡурсыр сал бөркөттәй,
Оран һалып саңҡ-саңҡылдар мәлем.
Бер мин түгел,
Йомаш ауылынан
Күтәрелде күпме сая бөркөт!
Һәр береһе халҡым күкрәгендә
Алтын, көмөш, аҡыҡ, алмас бөртөк.
Һәр яҡташым тойһон күңелендә
Һис еңелеү белмәҫ бөркөт рухын,
Йомаш ояһынан осҡан һәр ҡош
Илем күген биҙәр бөркөт булһын!