Төнгө ауыл

Төнгө ауыл (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1978. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (92-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Төнгө ауыл


Барам, еләм, осам кеүек бөгөн,
Тапағанда ауыл урамын.
Көтөүсе-Ай йоҡлай, ебәргән дә
Йондоҙҙарын күккә туғарып.
Ҡар селтәрен һалып иңбашына,
Ауылҡайым туйға кейенгән.
Ерҙе ап-аҡ нурға ҡойондороп,
Күктән ваҡ-ваҡ ынйы һибелә…
Көнләшһендәр әйҙә йондоҙҙар ҙа
Ауылыма яуған ынйыға,
Бөгөн минең күҙҙәремә бағып,
“Һөйәм һине!”– тинең тын ғына.
Һөйәм һине, һөйәм, ауылҡайым!
Күккә осам һине ҡосаҡлап,
Йондоҙ урынына һөйөүемдән
Ҡабынырҙар кескәй усаҡтар...



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.