Диңгеҙ (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1980 йыл. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (17-се бит) ISBN 5-295-03798-3


ДИҢГЕҘ


Килдең.
    Ҡыуҙым.
        Тағын килдең.
Мин: ”Юҡ!” – тинем сараһыҙ.
Ҡасан булырһың икән һуң,
Әй һин, һөйөү, яраһыҙ?!

Диңгеҙҙә лә сал тулҡындар
Ярҙы үбә лә китә,
Ҡаялар шулай диңгеҙҙе
Мәңгегә әсир итә.

Һин килгәндә мин ҡыумаһам,
Ҡабат килмәҫ тә инең.
Ғазапһыҙ ғына йәшәһәм
Һөйөү тимәҫ тә инем.

Диңгеҙ, диңгеҙ, тулҡындарың
Килһен дә китеп торһон,
Ә ҡаялар, сабыр ғына,
Һағынып көтөп торһон…



Иҫкәрмәләр

  • Авторҙың башҡа әҫәрҙәре Author:Лилиә_Һаҡмар
  • "Диңгеҙ" (йыр) - Композиторы Урал Иҙелбаев. "Араз" джаз төркөмө[1]

This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.