Ҡабатлайым һинең исемде

Ҡабатлайым һинең исемде (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1982 йыл. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (18-се бит) ISBN 5-295-03798-3


ҠАБАТЛАЙЫМ ИСЕМЕҢДЕ


Күктән ҡояш бүләк иттеләрме –
Шатлығыма тамам иҫерҙем.
“Мин бәхетле!” – тиеп, ҡайта-ҡайта
Ҡабатланым һинең исемде!

Төн еләнен иңгә ҡапланылар –
Башҡынама ҡайғы ишелде...
Еңеләйһен, тиеп, ҡайғыларым,
Ҡабатланым һинең исемде.

Кәрәк саҡта дуҫтар таралышты…
Яңғыҙлыҡты нисек кисерҙем?
Тештәремде ҡыҫып, илай-илай
Ҡабатланым һинең исемде.

Йүгәнләргә әгәр кәрәк булһа,
Үрәпсегән ярһыу хисемде
Һәр саҡ шулай, сикһеҙ өмөт менән
Ҡабатлайым һинең исемде!



  • Кабатлайым исеменде. Йырлай Д.Ҡәюмова. Муз.С.Низаметдинов[1]
  • Авторҙың башҡа әҫәрҙәре Author:Лилиә_Һаҡмар

This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.