Донъя йәме

Донъя йәме (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1994 йыл. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (53-сө бит) ISBN 5-295-03798-3


Донъя йәме


Эй мөғжизә!
Мөхәббәтме был мәл –
Йөрәгемдең сәскә атыуы!
Бар донъяны онотҡанда ғына
Донъя беҙгә шулай матурмы?

Был донъяны онотҡанда ғына,
Һинең барлығыңды тойғанда,
“Мин – һинеке!”, тиеп бышылдаусы
Маңлайыма ҡулын ҡуйғанда,
Бар мәшәҡәт, ығы-зығыларҙы
Онотҡанда ғына (ни хикмәт?)
Донъя матур!
Донъя түп-түңәрәк.
Ҡайғы-һағыштарға иҫ китмәй.

Билдәһеҙлек томандары кинәт
Ҡарашыңдан китә таралып,
Тын алыуы еңел, тирә-яғым,
Тормош, гүйә ожмах һарайы!

Эй мөғжизә!
Бары бер мәл генә
Һөйөүемдең сәскә атыуы!
Бар донъяны онотҡанда ғына
Тормош матур була, ахыры…
Бар донъяны онотҡанда ғына…



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.