Әкиәттәр генә үлмәһен

Әкиәттәр генә үлмәһен (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 26.01.2002. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (54-се бит) ISBN 5-295-03798-3


ӘКИӘТТӘР ГЕНӘ ҮЛМӘҺЕН!


Әкиәттәр – хыял ғына түгел,
Әкиәттәр әйҙәй күктәргә,
Мөхәббәт ул – мәңге тынмаҫ көрәш,
Ҡарыуынан килмәй күптәрҙең.

Тормош үҙе гел йомаҡтан тора,
Табып ҡына өлгөр яуабын!
Ысынбарлыҡ менән әкиәттәр
Дыу килтерә көрәш яланын…

Кеше – рәйес кенә был алышта –
Ҡиммәттәрҙең тере бизмәне:
Әкиәткә өҫтөнлөктәр бирһә,
Үпкәләй шул Тормош тигәне.

Тормош, тормош,
алға әйҙәй бирһен!
Күлдәр яҙмышына күнмәһен!
Тик күңелдә,
Һағыш иретерлек
Әкиәттәр генә үлмәһен.
Әкиәттәр генә үлмәһен!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.