Егәрле ел

Егәрле ел (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 21.03.1990. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (87-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Егәрле ел


Егәрле ел болот-яҫтыҡтарҙы,
Урындыҡтың өйөп ситенә,
Ашъяулыҡтың зәп-зәңгәрен йәйеп,
Ҡунаҡтарға туҫтаҡ килтерә.
Ашъяулыҡҡа теҙмәйенсә бер ни
Болоттарға сума тиҙ генә,
Туҫтағынан көлтә-көлтә булып
Нур һибелә, ялҡын һибелә...

Яҫтыҡ-болоттарҙы күперткеләп,
Егәрле ел йөрөй йүгереп,
Ә тәбиғәт шундай ҡәнәғәт бит,
Йылы Ҡояш нурын һемереп!

Башҡа бер ни кәрәк түгел бөгөн
Ямғырҙарҙан ялҡҡан урманға.
Ниҙәр бирһәгеҙ ҙә тәмен юйыр
Табындарҙа ҡояш булғанда,
Күңелемә йырҙар тулғанда...



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.