Ишетә күр

Ишетә күр (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (86-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


Ишетә күр


Аҡ йомортҡа ҡабығылай
Сыртлай ерҙең ҡар япмаһы…
Юлаҡ-юлаҡ ҡара һыҙат –
Йоҡа ҡабыҡ сылт сатнауы.

Ишетә күр, һиҙгер күңел,
Яҙ себештең сипылдауын,
Хәлһеҙ генә суҡыштарҙың
Аҡ ҡабыҡҡа туҡылдауын.

Ишетә күр, мөхәббәтең
Йөрәгеңдә моронлауын,
Яҙмаһын яҙ-себешенә
Ҡап эсендә тороп ҡалыу.

Йәшәр өсөн тыуа ул яҙ
Йәшел һөйөү утрауында,
Яҙыр өсөн аҡ ҡанатын
Аҡҡош булып осҡанында.

Ә әлегә…
Хәлһеҙ генә
“Туҡ-туҡ!” тамсы тыпылдауы…
Ишетә күр, һиҙгер күңел,
Яҙ-себештең сипылдауын!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.