Ерем тәмен тойһам

Ерем тәмен тойһам (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 26.08.1983. Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (99-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


Ерем тәмен тойһам


Әсәй бирә бер сеүәтә ҡатыҡ
Елгә ярғыланған ҡулында,
Мә, эс, ҡыҙым, көслө булырһың, ти
Ап-аҡ бәхет булыр юлыңда.
Сем аҡ сеүәтәлә, әйтерһең дә,
Сикһеҙ дала ята иҙерәп,
Балға тулып торған сәскә тәме,
Һутлы үлән тәме һиҙелә.
Хатта тәүге ҡояш нурҙары ла
Һеңеп ҡалған төҫлө тойола,
Күк йөҙөнөң шыйыҡ зәңгәрлеге
Болот менән бергә ойоған.
Һүҙҙәрең хаҡ, әсәй, ҡатыҡ түгел,
Тыуған яғым минең усымда.
Көслө, бәхетле лә булырмын мин
Ерем тәмен тойһам уртымда,
Онотмаһам тыуған йортомдо.



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.