Әсәм моңо

Әсәм моңо (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 08.05.1993. Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (98-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Әсәм моңо


Нисә саҡрым ара ята,
Әсәй, беҙҙең араларҙа,
Янда юҡһың
Ғәзиз башым
Ҡайғыларҙан араларға.
“Ярҙам ит!” – тип бер өндәшһәм,
Еңеләйә була хәлем,
Оноторға мөмкин түгел
Күңелемдең ошо мәлен.
Һағыштарым быуа бөгөн,
Йөрәгемде ҡанһыратып.
Тик әсәйҙең нурлы һыны
Китмәй яндан яңғыҙлатып.
“Балам, түҙсе аҙға ғына,
Ваҡыт йыуыр яра ҡанын,
Бер саҡ килер теләгәнең,
“Һөйәм!”– тиер яратҡаның.
Түҙәм, әсәй, һин булғанға,
Һин булғанға ошо ерҙә,
Икебеҙҙә ике яҙмыш,
Тик йөрәктәр тибә бергә.
Йөрәгемдә әсәм моңо,
Сабырлығы, саялығы.
Ел-ямғырҙан әсәйҙәрҙе
Яҙмыш үҙе аралаһын.



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.