Ер ораны (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 16.12.1995. Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (110-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


Ер ораны


“Был киҫәге – биш йөҙ доллар,
Ә быныһы – илле, алтмыш…
Урман – һиңә, ялан – миңә...”
Ерҙе һатып алып ятмыш.
“Мин – Хужа!” – тип,
                    күкрәк һуҡмыш
Ерҙең майын һура-һура,
Беҙҙеке һин мәңге, тиеп,
Игендәрен ура-ура...

Барыһы бар ер өҫтөндә,
Ер аҫтында…
          әммә Ерҙең
Үҙ теләген,
               әҙәм кеүек,
Әйтер өсөн юҡ шул теле.
Теле булһа, әйтер ине:
Телмәгеҙ, тип, бәғеремде,
Язалама, урламағыҙ!
Белегеҙ тик ҡәҙеремде!

Әйтер ине:
Әй һин, кеше,
Ниңә әле күкрәк һуғаң,
Минең хужам һин түгел бит,
Мин үҙем ул һиңә Хужа!
Мин ул Хужаң, белә белһәң,
Һин тик ҡолом,
Ҡулым,
Улым!

Улым булһаң,
       әсәң күреп,
Яратырһың.
Яҡты юлым –
      киләсәгем
Ырыҫ менән һуғарырһың.
Һаттырмаҫһың!
Ҡәҙер итеп,
Миндә ғүмер уҙғарырһың.
Улым булһаң,
Ҡыҙым булһаң…



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.