Ҡайҙа һин, Салауат?


Ҡайҙа һин, Салауат? (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (109-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


Ҡайҙа һин, Салауат?


Ҡайҙа һин, Салауат?
“Таш диуар артында,
Уйҙарым Урал тау
Үрҙәрен артыла…”

Ҡайҙа һин, Салауат?
“Һөйәгем аҡ ташта
Сал диңгеҙ төбөндә,
Ә йәнем, ә йәнем
Әйләнде диңгеҙгә,
Тамсыҡай һут булып
Ҡайтырға илемә…

Дауылда тулҡындым,
Әйләндем болотҡа…
Мин ҡайттым!
Онотма!
Илеңде, ереңде
Ҡоротма, ҡоротма!
Булырмын яныңда,
Урманда, болонда…
Туғайҙа юшаған
Тай-тулаҡ, ҡолонда,
Уралым буйында…”

Ҡайҙа һин, Салауат!
“Хаҡым юҡ үлергә!
Мәңгегә йәшәргә
Ҡайттым бит илемә.
Йәшәрмен!
Ҡоротма, һулытма
Еремде,
Телемде
Һин генә! Һин генә…”



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.