Йунус сүрәһе


Ҡөрьән
автор Мөхәммәт Кәрим
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.


-

Ҡөрьән Кәрим
Д. Кинельский тәржемәһе, башҡортсаға Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәиев
'

10. ЙУНУС (ЮНЫС) СҮРӘҺЕ

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
1. Әлиф ләм ра. Был — хикмәтле китаптың аяттары.
2. Әллә үҙ араларынан бер кешегә Беҙҙең: «Кешеләрҙе өгөтлә һәм иман килтергәндәрҙе, Алла ҡаршыһында улар өсөн ышаныслы өҫтөнлөк, тип һөйөнсөлә»,— тип үәхи ебәреүебеҙ кешеләргә ғәжәп булдымы? Кафырҙар: «Был — асыҡтан-асыҡ сихырсы!» — тинеләр.
3. Ысынлап та, Раббығыҙ — Алла, Ул күктәрҙе һәм Ерҙе алты көндә яратты, унан, эштәрен идара ҡылғаны хәлдә, тәхеткә ултырҙы. Уның рөхсәтенән башҡа ярҙамсы юҡ. Ошо Алла Раббығыҙҙыр, Уға ҡоллоҡ ҡылығыҙ. Әллә һеҙ иҫегеҙгә килмәҫһегеҙме?
4. Уның хаҡ үәғәҙәһе буйынса, барығыҙ ҙа Уға ҡайтасаҡһығыҙ. Бына Ул барлыҡҡа килтереүҙе башлай, унан һуң иман килтергән, изге эштәр эшләгәндәргә ғәҙеллек менән әжер биреү өсөн уны ҡабатлай. Ә иман килтермәгәндәргә эсергә ҡайнар һыу һәм иман килтермәгәндәре өсөн — интектергес ғазап.
5. Ул Ҡояшты балҡып тороусы итте, ә Айҙы нурланыусы итте, һәм һеҙгә йыл һандарын иҫәпләп белеү өсөн һәм хисаплау өсөн уның урындарын билдәләне. Белгән халыҡтарға аяттарҙы аңлатып, быны Алла тик хаҡлыҡ менән генә барлыҡҡа килтерҙе.
6. Ысынлап та, төн һәм көн алмашыныуында һәм Алланың күктәрҙә һәм Ерҙә бар ҡылған нәмәләрендә — тәҡүәле кешеләргә аяттар.
7. Ысынлап та, Беҙҙең менән осрашыуға ышанмаған, был донъя менән ҡәнәғәтләнгән һәм уның менән тынысланғандар, һәм Беҙҙең аяттарыбыҙҙан битараф кешеләр,
8. уларҙың ҡаҙанған нәмәләре сәбәпле һыйыныр урындары — тамуҡ!
9. Ысынлап та, иман килтергән һәм изге эштәр эшләгән кешеләрҙе Раббылары имандары менән алып барыр, ожмах баҡсаларында уларҙың алдарында йылғалар ағыр.
10. Уларҙың ундағы доғалары: «Дан Һиңә, Раббы!» — ә иҫәнләшеүҙәре: «Сәләм!», доғаларының аҙағы: «Аллаға — ғәләмдәрҙең Раббыһына — дан!»
11. Кешеләрҙең яҡшылыҡты ашыҡтырғаны шикелле, Алла яманлыҡты ашыҡтырһа, уларҙың әжәлдәре уларға хәл ителгән булыр ине инде. Беҙҙең менән осрашыуға ышанмаған кешеләрҙе аҙашыуҙарында һуҡыр көйө йөрөүҙәрендә ҡалдырабыҙ.
12. Әгәр кешегә берәй бәхетһеҙлек ҡағылһа, ул ятып та, ултырып та, тороп та Беҙгә доға ҡыла; ә уның бәхетһеҙлеген ситләштерһәк, әйтерһең, ул беҙҙе үҙенә ҡағылған бәләгә ҡаршы саҡырмаған кеүек, ситтән үтеп китә. Сиктән сыҡҡан кешеләр өсөн уларҙың эштәре бына шулай биҙәкләнгән!
13. Беҙ һеҙҙән алда булған быуындарҙы,— улар залимдарға әйләнеп, Беҙҙең рәсүлдәребеҙ уларға асыҡ аяттар менән килгәс һәм улар иман килтермәгәс,— һәләк иттек... Бына шулай язалайбыҙ Беҙ гонаһлы кешеләрҙе!
14. Шунан, һеҙҙең нәмә эшләгәнегеҙҙе күреү өсөн, улар урынына һеҙҙе алмашҡа ҡуйҙыҡ.
15. Уларға Беҙҙең аяттарыбыҙ асыҡ рәүештә уҡылғанда Беҙҙе осратыуға ышанмаған кешеләр: «Бүтән Ҡөрьәнде килтер йәки быны алмаштыр!» — тиҙәр. «Үҙ теләгем менән уны алмаштырмаясаҡмын, Мин тик миңә үәхи ҡылынғанға ғына эйәрәм, әгәр мин Раббыма буйһонмаһам, бөйөк көндәге язанан ҡурҡам»,— тип әйт.
16. «Әгәр Алла теләһә мин һеҙгә уны уҡымаҫ инем, һәм Ул һеҙгә уның тураһында белем дә бирмәҫ ине. Мин һеҙҙең арағыҙҙа быға тиклем ғүмер буйы торҙом бит. Әллә аңлап етмәйһегеҙме?» — тип әйт.
17. Аллаға ялған уйлап сығарған йәки Уның аяттарын ялғанға һанаған кешеләрҙән дә залимыраҡ кем бар? Ысынлап та, гонаһлы кешеләр бәхетле түгел!
18. Һәм улар, Алланан башҡа, уларға зыян да һәм файҙа ла итмәй торған нәмәгә табыналар һәм: «Былар — Алла ҡаршыһындағы беҙҙең яҡлаусыларыбыҙ»,— тиҙәр. «Әллә һеҙ Аллаға күктәрҙә һәм Ерҙә Ул белмәгәнде әйтә алырһығыҙмы? Дан Уға, һәм Ул улар тиңдәш иткән нәмәләрҙән юғары!» — тип әйт.
19. Кешеләр бер генә өммәт ине, әммә бүленделәр. Әгәр элек Раббыңдан һүҙ булмаһа, улар һүҙ ҡарыштырған нәмә араларында хәл ителгән булыр ине.
20. Һәм улар: «Әгәр уға Раббыһы тарафынан аят иңдерелһә ине!» — тиҙәр. Һин уларға: «Ғәйеп нәмәләр — Аллала, көтөп тороғоҙ, мин һеҙҙең менән көтәм!» —тип әйт.
21. Ә кешеләргә бәлә-ҡаза ҡағылғандан һуң, Беҙ уларға рәхмәт татытҡас, бына улар Беҙҙең аяттарыбыҙға ҡаршы хәйлә-мәкер ҡыла башлайҙар. «Хәйләлә Алла тиҙерәк бит»,— тип әйт. Беҙҙең рәсүлдәребеҙ һеҙҙең хәйләгеҙҙе яҙып тора.
22. Ул һеҙҙе ҡоро ерҙә һәм диңгеҙҙә йөрөтә, ә һеҙ көймәлә булһағыҙ... Бына улар көймәлә булған кешеләр менән ыңғай иҫкән ел менән йөрөй, һәм кешеләр уға шатлана. Бына уларға кинәт ҡаты ел иҫте, һәр яҡтан тулҡындар килтерҙе, һәм улар бөтә яҡтан тулҡындар менән солғанып алындыҡ, тип уйланылар. Диндәрендә ихлас булып Аллаға ялбарҙылар, һәм: «Әгәр Һин беҙҙе бынан ҡотҡарһаң, беҙ шөкөр итеүселәрҙән булырбыҙ», — тиҙәр.
23. Инде уларҙы Алла ҡотҡарғас, улар Ер йөҙөндә хаҡһыҙ рәүештә боҙоҡлоҡ ҡыла башлайҙар. Эй һеҙ, кешеләр! Һеҙҙең боҙоҡлоғоғоҙ, фани донъянан файҙаланыуығыҙ кеүек, үҙегеҙгә ҡаршы. Бынан һуң һеҙ Беҙҙең тарафҡа ҡайтасаҡһығыҙ һәм Беҙ эшләгән эштәрегеҙ тураһында һеҙгә хәбәр итербеҙ.
24. Был донъя Күктән Беҙ биргән һыуға оҡшай: ул һыу менән Ерҙәге үҫемлектәр ҡатнашҡан, ул үҫемлектәр менән кешеләр һәм хайуандар туҡлана. Инде Ер үҙ биҙәктәрен алып гүзәлләнгәс, унда йәшәүселәр үҙҙәрен уның өҫтөнән хакимлыҡ итәләр тип уйланылар, һәм төндә йәки көндөҙ уға Беҙҙең бойороғобоҙ килде. Беҙ уны, әйтерһең дә ул кисәнән бай булмаған кеүек итеп, урылған иттек. Уйлаған кешеләргә шулай аңлатабыҙ Беҙ аяттарҙы!
25. Алла тыныслыҡ йортона саҡыра һәм теләгән кешене тура юлға күндерә!
26. Изгелек ҡылғандарға — изгелек һәм өҫтәмә; уларҙың йөҙҙәрен туҙан да, хурлыҡ та ҡапламаҫ. Былар ожмах әһелдәре, улар унда мәңге ҡалыр.
27. Насар эштәр ҡаҙанғандарға — насар эштәренең язаһы шул эштәренә оҡшай, уларҙы хурлыҡ баҫыр, уларҙы Алланан һис кем һаҡламаҫ! Уларҙың йөҙө ҡараңғы төндөң киҫәктәре менән ҡапланған кеүек булыр. Был кешеләр — тамуҡ киҫәүҙәре, улар унда мәңге ҡалыр.
28. Шул көндө Беҙ уларҙың барыһын да йыйырбыҙ, һуңынан тиңдәш тотҡандарға: «Үҙегеҙ ҙә, тиңдәштәрегеҙ ҙә — урындарығыҙға!»— тип әйтербеҙ. Һәм Беҙ уларҙы айырырбыҙ, ә уларҙың тиңдәштәре әйтер: «Һеҙ беҙгә табынманығыҙ.
29. Һеҙҙең менән беҙҙең арала шаһит булыу өсөн Алла етер, һеҙҙең табыныуығыҙҙан беҙ битараф булдыҡ».
30. Унда һәр йән үҙенең элек эшләгән нәмәһен табыр, улар ысын хужалары — Аллаға ҡайтырҙар, һәм уларҙың уйлап сығарған ялған нәмәләре уларҙан юғалыр.
31. «Һеҙгә Күктән һәм Ерҙән кем ризыҡ ебәрә? Йәки ишетеү һәм күреү кем ҡулында? Кем үлектән терене сығара һәм теренән үлекте сығара? Кем эшкә идара итә?» — тип әйт. Улар: «Алла!» — тип әйтерҙәр. Әйт: «Тәҡүәле булмаҫһығыҙмы ни?
32. Бына һеҙгә Алла — хаҡ Раббығыҙ! Хаҡлыҡтан һуң аҙашыуҙан башҡа нимә бар? Ни тиклем ситкә тайпылдырылғанһығыҙ!»
33. Боҙоҡлоҡ эшләгән кешеләр тураһында Алланың улар иман килтермәй, тигән һүҙе бына шулай раҫланды.
34. Әйт: «Һеҙҙең тиңдәштәрегеҙ араһында барлыҡҡа килтереүҙе башлап ебәреүсе һәм уны ҡабатлаусы бармы?» Әйт: «Алла барлыҡҡа килтереүҙе башлай, шунан һуң уны ҡабатлай. Һеҙ ни тиклем алданғанһығыҙ!»
35. Әйт: «Һеҙҙең тиңдәштәрегеҙ араһында хәҡиҡәткә алып барыусы бармы?» — Әйт: «Алла хәҡиҡәткә алып бара. Хәҡиҡәткә алып барыусы уның артынан эйәреү өсөн хаҡлыраҡмы, йәки — әгәр уның үҙен алып бармаһалар,— алып бармаусымы? Нимә булды һеҙгә, нисек уйлайһығыҙ һеҙ?»
36. Һәм уларҙың күбеһе фаразға ғына эйәрә. Фараз ҡылыу һис бер нәмәлә хәҡиҡәттән ҡотҡармай бит. Ысынлап та, Алла уларҙың нимә эшләгәндәрен белә!
37. Һәм был Ҡөрьән Алланан башҡа һис берәү тарафынан да уйлап сығарылманы. Тик ул уға ҡәҙәр иңдерелгәнде раҫлау өсөн һәм ғәләмдәр Раббыһынан булған китапты — ә унда һис шик юҡ — аңлатыр өсөн генә!
38. Ихтимал улар: «Уны Үҙе уйлап сығарҙы!» — тип әйтер, «Уға оҡшаш бер сүрә килтерегеҙ, һәм әгәр хаҡ һөйләгән булһағыҙ. Алланан башҡа кемде саҡыра алһағыҙ, шуға доға ҡылығыҙ!» — тип әйт.
39. Эйе, улар уның тураһындағы белемде солғай алмағас һәм уның аңлатмаһы әле килмәгәс, уны ялғанға һанайҙар. Уларҙан элек килгән кешеләр ҙә шулай ялғанға һанағайны. Залимдарҙың аҙағы нисек булғанын ҡара инде һин!
40. Улар араһында Уға ышанғандар ҙа, ышанмағандар ҙа бар. Раббың был боҙоҡ эш ҡылған кешеләрҙе яҡшыраҡ белә.
41. Әгәр улар һине алдаҡсы һанаһа, һин уларға: «Миңә — үҙ ғәмәлем, һеҙгә — үҙ ғәмәлегеҙ, мин эшләгәнгә һеҙ ҡатышмайһығыҙ, һеҙ эшләгәнгә мин ҡатышмайым»,— тип әйт.
42. Улар араһында һине тыңлап тороусылар ҙа бар: әгәр улар аңламаһа, һин һаңғырауҙарҙы ишеттерә алырһыңмы һуң?
43. Улар араһында һиңә ҡарап тороусылар ҙа бар: әгәр улар бер нәмә лә күрмәһә, һин һуҡырҙарҙы алып бара алырһыңмы?
44. Ысынлап та, Алла кешеләргә бер нәмәлә лә залим түгел, бәлки кешеләр үҙ-үҙҙәренә золом ҡылалар!
45. Алла уларҙы йыйған көндә, улар, әйтерһең дә, көндөң бер сәғәтен дә уҙҙырмаҫтан элек, бер-береһен танырҙар. Алла менән осрашыуҙы ялғанға һанаған кешеләр зыян күрерҙәр, улар тура юлда булманы!
46. Йәки Беҙ һиңә уларға янағандарҙың ҡайһы берҙәрен күрһәтербеҙ йәки һине уафат итербеҙ. Уларҙың ҡайтыуҙары — Беҙгә. Шунан уларҙың эштәре тураһында Алла шаһитлыҡ ҡылыр.
47. Һәр бер өммәткә — үҙ рәсүле; һәм, рәсүл килгәс, улар араһындағы эш ғәҙеллек менән хәл ителгән булыр, һәм улар йәберләнмәҫ тә.
48. Улар: «Әгәр һеҙ дөрөҫ һөйләүсе булһағыҙ, ҡасан үтәлер һуң был үәғәҙә?» — тиҙәр.
49. Әйт: «Мин, Алла теләгәндән башҡа, үҙ-үҙемә зарарға ла, файҙаға ла эйә түгелмен, һәр өммәттең әжәле бар. Уларҙың әжәле килеп еткәс, улар уны бер сәғәткә кисектерә лә, ашыҡтыра ла алмаясаҡ».
50. Әйт: «Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Алланың ғазабы һеҙгә төндә йәки көндөҙ килһә, гонаһлылар бында нимәне ашыҡтырырҙар?
51. Әллә һуңынан, ул [ғазап] килгәс, һеҙ Уға иман килтерерһегеҙме? Эйе, хәҙер! Ә элек һеҙ быны ашыҡтыра инегеҙ».
52. Золом ҡылғандарға һуңынан: «Татығыҙ мәңгелек ғазабын! Һеҙгә үҙегеҙ ҡаҙанған өсөн генә яза бирелмәйме ни?» — тип әйтелде.
53. Улар һинән бының дөрөҫлөгө тураһында хәбәр итеүҙе һорайҙар; «Эйе, Раббым менән ант итәм, был — хаҡ, һәм һеҙ уны көсһөҙләндерә алмайһығыҙ!» — тип әйт.
54. Һәр бер золом ҡылған йән, әгәр ҡулында Ер йөҙөндәге нәмәләр булһа, ул, быларҙы фидйә итеп, үҙен ҡотҡарырға теләр ине. Улар, ғазапты күргәс, үкенеүҙәрен йәшерҙеләр. Улар араһы ғәҙеллек менән хөкөм ителер, һәм уларға золом ҡылынмаҫ.
55. Эйе, күктәрҙә һәм Ер йөҙөндә булған нәмәләр Алланыҡы бит! Эйе, Алланың үәғәҙәһе хаҡ. Ләкин уларҙың күбеһе белмәй.
56. Ул терелтә һәм үлтерә, һәм Уға ҡайтарылаһығыҙ.
57. Эй һеҙ, кешеләр! Һеҙгә Раббығыҙҙан өгөт һәм күңелдәрегеҙҙә булған нәмәнән шифа килде, һәм иман килтергән кешеләргә тура юл һәм рәхмәт килде.
58. «Алланың йомартлығы һәм Уның рәхмәте менән»,— тип әйт, улар шуға шатланһын. Был улар йыйған нәмәләрҙән изгерәк.
59. «Күрҙегеҙме һеҙ Алла иңдергән ризыҡтарҙы, һеҙ уларҙы хәләл һәм харам ҡылдығыҙ?» — тип әйт. «Һеҙгә быны Алла рөхсәт иттеме йәки һеҙ Алла өҫтөнән ялған уйлайһығыҙмы?» — тип әйт.
60. Аллаға ялған уйлап сығарған кешеләрҙең фаразы ҡиәмәт көнөндә нисек булыр? Ысынлап та, Алла — кешеләргә йомартлыҡ эйәһе, әммә уларҙың күпселеге шөкөр итмәй!
61. Ниндәй хәлдә булһаң да һәм Ҡөрьәндән нәмә генә уҡыһаң да, ниндәй генә эш эшләһәгеҙ ҙә, һеҙ уға сумған уаҡытта Беҙ һеҙгә шаһит булырбыҙ. Раббыңдан Ерҙә һәм Күктә туҙан бөртөгөнөң ауырлығы ла йәшерен ҡалмаҫ, унан бәләкәйе лә, ҙурырағы ла — барыһы ла асыҡ китапта.
62. Эйе, Алланың дуҫтарына хәүеф тә юҡ, улар көйөнмәҫтәр ҙә.
63. Иман килтергән һәм тәҡүәле булған кешеләр,—
64. уларға был донъяла һәм ахирәттә — һөйөнөслө хәбәр. Алланың һүҙҙәренә алмаштырыу юҡ, был — оло уңыш!
65. Һәм уларҙың һүҙҙәре һине көйөндөрмәһен; бөйөклөк — барыһы ла Аллала, Ул ишетә, белә!
66. Эйе, күктәрҙә һәм Ерҙә булғандар Алланыҡы! Алланан башҡа тиңдәштәргә доға ҡылыусылар нимәгә эйәрә һуң? Улар фаразға ғына эйәрәләр, улар ни бары фараз ҡылалар.
67. Ул һеҙ тынысланыу, ял итеүегеҙ өсөн һеҙгә төндө һәм күреүҙә ярҙам итеү өсөн көндө яратыусы. Ысынлап та, бында — тыңлағандар өсөн аяттар!
68. Улар: «Алла Үҙенә бала алды»,— тинеләр. Дан Уға, Ул бай! Күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләр Алланыҡы! Быға һеҙҙең бер ниндәй ҙә хаҡығыҙ юҡ! Алла өҫтөнән үҙегеҙ белмәгәнде һөйләрһегеҙме ни?
69. «Ысынлап та, Алла өҫтөнән ялған уйлап сығарыусылар бәхетле булмаҫ!» — тип әйт.
70. Был донъяла — рәхәтләнеү, һуңынан — уларҙың Беҙгә ҡайтыуҙары, һәм Беҙ уларға иман килтермәгәндәре өсөн ҡаты ғазап татытырбыҙ.
71. Уларға Нух тураһындағы хикәйәне уҡы. Бына ул үҙ халҡына әйтте: «Эй, халҡым! Әгәр арағыҙҙа тороуым һәм Алланың аяттары тураһында иҫкә төшөрөүем һеҙҙең өсөн ҡыйын булһа, мин Аллаға тәүәккәлләйем, эшегеҙҙе һәм тиңдәштәрегеҙҙе берләштерегеҙ, бынан һуң эшегеҙ һеҙҙе ҡайғыртмаһын, һуңынан мине хөкөм итегеҙ, миңә кисектермәгеҙ!
72. Әммә, әгәр йөҙ сөйөрһәгеҙ, мин һеҙҙән әжер һорамайым бит, минең әжерем Аллала ғына, һәм миңә мосолман булырға бойоролдо!»
73. Әммә улар уны алдаҡсыға һананы, ә Беҙ уны һәм уның менән булған кешеләрҙе көймәлә ҡотҡарҙыҡ, һәләк булған кешеләр урынына уларҙы ҡалдырҙыҡ. Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялғанға һанаған кешеләрҙе батырҙыҡ. Өгөтләнгән халыҡтарҙың яҙмышы нисек булғанын күр инде!
74. Шунан Беҙ халыҡтарға унан һуң рәсүлдәр ебәрҙек, ул рәсүлдәр уларға асыҡ аяттар менән килде. Әммә тегеләр алдан уҡ ялған һанаған нәмәләргә иман килтермәнеләр. Сиктән уҙғандарҙың күңелдәренә бына ошолай ҡорма ҡорабыҙ Беҙ!
75. Шунан, уларҙан һуң Үҙебеҙҙең аяттарыбыҙ менән, Фирғәүенгә һәм уның затлы кешеләренә Муса менән Һарунды ебәрҙек, әммә тегеләр тәкәбберләнделәр һәм гонаһлы булдылар.
76. Ә уларға Беҙҙең тарафтан хәҡиҡәт килгәс, улар: «Әлбиттә, был ап-асыҡ сихыр!» — тинеләр.
77. Муса: «Һеҙгә хәҡиҡәт килгәс, уның тураһында шулай һөйләйһегеҙме ни? Был сихырмы ни? Сихырсылар бәхетле булмайҙар»,— тине.
78. Улар: «Әллә һин беҙҙе ата-бабаларыбыҙ табынған нәмәнән дүндереү һәм икегеҙгә Ер йөҙөндә бөйөклөк булһын өсөн килдеңме? Беҙ һеҙгә иман килтереүселәрҙән булмабыҙ!» — тинеләр.
79. Ә Фирғәүен: «Килтерегеҙ миңә һәр оҫта сихырсыны!» — тине.
80. Сихырсылар килгәс, Муса уларға: «Ташлағыҙ ташларға теләгән нәмәгеҙҙе!» — тине.
81. Улар ташлағас, Муса әйтте: «Һеҙ килтергән нәмә — сихыр. Ысынлап та, Алла уны һәләк итәсәк: Алла боҙоҡ кешеләрҙең эшен төҙөкләмәй!
82. Алла, гонаһлы кешеләр быны яратмаһалар ҙа, хаҡлыҡты Үҙ һүҙҙәре менән раҫлай!»
83. Фирғәүендән һәм уның затлы кешеләренән ҡурҡып, ул уларҙы һынамаһын өсөн,— сөнки Фирғәүен Ер йөҙөндә бөйөк һәм сикте уҙыусы бит,— Мусаға үҙ халҡының тоҡомо ғына ышанды.
84. Һәм Муса: «Эй, халҡым! Әгәр һеҙ Аллаға иман килтергән булһағыҙ, Уға тәүәккәлләгеҙ, әгәр мосолман булһағыҙ!» — тине.
85. Һәм улар әйтте: «Беҙ Аллаға тәүәккәлләнек. Раббыбыҙ! Беҙҙе залимдарға һынау итмә,
86. Үҙ рәхмәтең менән беҙҙе кафырҙарҙан ҡотҡар!»
87. Беҙ Мусаға һәм уның туғанына үәхи ҡылдыҡ: «Үҙ халҡығыҙ өсөн Мысырҙа өйҙәр һайлағыҙ һәм өйҙәрегеҙҙе намаҙ урыны итегеҙ, намаҙ тороғоҙ, һәм иман килтергән кешеләрҙе шатландыр!»
88. Муса: «Раббыбыҙ! Һин Фирғәүенгә һәм уның затлы кешеләренә был донъяла матурлыҡ һәм байлыҡ бирҙең. Раббыбыҙ, улар һинең юлыңдан яҙһындар! Раббыбыҙ! Уларҙың малдарын һәләк ит, йөрәктәрен ҡатыр, интектергес ғазапты күргәнгә тиклем улар иман килтермәһендәр өсөн»,— тине.
89. Ул: «Мин һеҙҙең доғағыҙға яуап бирҙем, тура тороғоҙ, белмәгән халыҡтарҙың юлына эйәрмәгеҙ»,— тине.
90. Һәм Беҙ Исраил балаларын диңгеҙ аша үткәрҙек, Фирғәүен һәм уның ғәскәре асыу һәм дошманлыҡ менән улар артынан ҡыуып китте. Ул бата башлағас: «Иман килтерәм мин, Исраил балалары иман килтергәндән башҡа илаһ юҡ, һәм мин — мосолмандарҙан!» — тине.
91. Эйе, хәҙер! Ә һин элек буйһонманың һәм боҙоҡлоҡ таратыусыларҙан булдың.
92. Һәм һинән һуң килгәндәргә аят булһын өсөн бөгөн Беҙ һинең кәүҙәң менән ҡотҡарабыҙ. Ысынлап та, күп кешеләр Беҙҙең аяттарыбыҙҙан битараф!
93. Һәм Беҙ Исраил балаларын хәҡиҡәт урынына урынлаштырҙыҡ һәм уларға яҡшы ризыҡтар бирҙек. Үҙҙәренә белем килгәнгә тиклем улар бәхәсләшмәне. Ысынлап та, улар бәхәсләшкән нәмә тураһында ҡиәмәт көнөндә уларҙы Раббың Үҙе хөкөм итер!
94. Әгәр һин, Беҙ һиңә иңдергән нәмәләргә шик тотһаң, ул уаҡытта һиңә тиклем китап уҡыусыларҙы һора. Һиңә Раббыңдан хәҡиҡәт килде, шик тотоусыларҙан була күрмә!
95. Алланың аяттарын ялғанға һанаусыларҙан булма, ул уаҡытта зыян күреүселәрҙән булырһың!
96. Ысынлап та, өҫтәрендә Раббыңдың һүҙе хаҡ булған кешеләр иман килтермәҫтәр бит,
97. уларға барлыҡ аяттар килһә лә, интектергес ғазапты күргәнгә ҡәҙәр!
98. Юныс халҡынан башҡа иман килтергән һәм уға иманы файҙа иткән берәй ҡала булдымы? Улар иман килтергәс, Беҙ уларҙан был донъялағы хурлыҡ ғазабын алып ташланыҡ һәм уларҙы билдәле уаҡытҡа тиклем файҙаландырҙыҡ.
99. Әгәр Раббың теләһә, Ер йөҙөндәге кешеләрҙең барыһы ла бөтөнләйе менән иман килтерер ине. Әллә һин кешеләрҙе көсләп иман килтертмәксе булаһыңмы?
100. Һис бер кеше Алланың рөхсәтенән башҡа иман килтермәҫ. Һәм боҙоҡлоҡто Ул аҡылдары булмаған кешеләр өҫтөнә йөкләр.
101. «Күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләргә ҡарағыҙ!» — тип әйт. Иман килтермәгән кешеләргә аяттар ҙа һәм иҫкәртеүҙәр ҙә ярҙам итмәҫ!
102. Әллә уларҙан элек килгән кешеләрҙең көндәренә оҡшамаған нәмә килеүен көтәләрме улар? «Көтөгөҙ, һеҙҙең менән бергә мин дә көтөп торам!» — тип әйт.
103. Унан Беҙ рәсүлдәребеҙҙе һәм иман килтергән кешеләрҙе ҡотҡарырбыҙ. Ошолай иман килтергән кешеләрҙе ҡотҡарыу Беҙҙең өҫтөбөҙҙә
104. «Эй, кешеләр! Әгәр һеҙ минең динем тураһында шик тотһағыҙ, [белегеҙ] Алланан башҡа һеҙ табынған нәмәгә мин табынмайым, әммә мин һеҙҙе уафат ҡыла торған Аллаға ғибәҙәт ҡылам, һәм миңә иман килтереүселәрҙән булырға ҡушылды!» — тип әйт.
105. Үҙ йөҙөңдө хаҡ дингә йүнәлдер, күп илаһтарға табыныусы булма!
106. Алланан башҡа һиңә файҙа ла, зарар ҙа итә алмай торған нәмәгә доға ҡылма, әгәр һин быны эшләһәң, залимдарҙан булырһың.
107. Әгәр Алла һиңә зарар менән ҡағылһа, Үҙенән башҡа ул зарарҙан ҡотҡарыусы юҡ. Әгәр Ул һиңә яҡшылыҡ теләһә, Уның йомартлығын тотҡарлаусы юҡ. Ул уның менән Үҙ ҡолдарынан теләгәненә ҡағыла. Ул ярлыҡаусы, рәхимле!
108. «Эй һеҙ, кешеләр! Һеҙгә Раббығыҙҙан хәҡиҡәт килде, кем тура юлдан барһа, үҙ йәне өсөн тура юлдан бара, ә кем аҙашһа, уның зарарына аҙашҡан булыр, һәм Мин һеҙҙең өсөн үәкил түгел»,— тип әйт.
109. Һәм һиңә үәхи ителгәнгә эйәр, һәм Алла хөкөм иткәнгә ҡәҙәр түҙ! Ул хөкөм ҡылыусыларҙың иң яҡшыһы!