11. ҺУД (ҺУД) СҮРӘҺЕ
Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
1. Әлиф ләм ра. Был — китап, уның аяттары хикмәтле һәм хәбәрҙар тарафынан раҫланған һәм һуңынан асыҡ рәүештә һөйләнгән,
2. һеҙ Алланан башҡа һис кемгә табынмау өсөн, ысынлап та, мин һеҙгә Унан өгөтләүсе һәм һөйөнсөләүсе! —
3. һеҙ Раббығыҙҙан кисереү һорауығыҙ өсөн. Шунан һуң Уға тәүбә итегеҙ, һәм Ул һеҙгә билдәләнгән әжәлгә ҡәҙәр күркәм кәрәк-яраҡты бүләк итер һәм һәр йомартлыҡ эйәһенә Үҙенең йомартлығын бирер. Әгәр һеҙ йөҙ сөйөрһәгеҙ, ул уаҡытта мин һеҙҙең өсөн оло көндөң ғазабынан ҡурҡам.
4. Ҡайтыуығыҙ — Аллаға, һәм Ул һәр нәмәгә ҡөҙрәтле!
5. Эй, Унан йәшереү өсөн улар үҙҙәренең күкрәктәрен ҡыҫалар! Эй, улар кейемдәре менән ҡапланған уаҡытта Ул уларҙың нимәне йәшергәндәрен һәм нимәне асыҡ эшләгәндәрен белә! Ысынлап та, Ул күкрәктәрҙә булған нәмәне белә!
6. Ризығы Алла ҡулында булмаған һис бер йән эйәһе Ер йөҙөндә юҡ, һәм Ул уның ҡайҙа туҡталырын һәм ҡайҙа тороуын белә. Барыһы ла асыҡ китапта.
7. Ул күктәрҙе һәм Ерҙе алты көндә барлыҡҡа килтерҙе һәм Уның тәхете һыу өҫтөндә ине, һеҙҙең ҡайһығыҙҙың эше яҡшыраҡ икәнен һынау өсөн, һәм әгәр һин: «Ысынлап та, һеҙ үлгәндән һуң [ҡәберҙәрҙән] терелтеп сығарылаһығыҙ»,— тиһәң, иман килтермәгән кешеләр: «Был — асыҡтан-асыҡ сихыр ғына!» — тип әйтерҙәр.
8. Әгәр Беҙ ул ғазапты һанап билдәләнгән уаҡытҡа кисектерһәк, улар: «Нимә тотоп тора һуң Уны?» — тип әйтерҙәр. Тик ул килгән көндө, уны уларҙан ситләтеү мөмкин булмаҫ һәм улар мыҫҡыллап көлгән нәмә уларҙы солғап алыр.
9. Әгәр Беҙ кешегә Үҙебеҙҙән рәхмәт татытһаҡ, һәм шунан кире алһаҡ, ысынлап та, ул — өмөтһөҙләнеүсе, ҡәҙерһеҙ!
10. Әгәр Беҙ уға бәлә-ҡазанан һуң хозурлыҡ татытһаҡ, ул, әлбиттә, «Минән насар нәмәләр китте!» — тип әйтер. Ысынлап та, ул шатлана һәм маһая!
11. Сабыр иткән һәм изге эштәр эшләгән кешеләрҙән башҡа: быларға — ярлыҡау һәм бөйөк әжер!
12. Моғайын, һиңә үәхи ителгәндең бәғзе нәмәләрен ҡалдырырһың, һәм уларҙың «Ни өсөн уға хазина иңдерелмәгән йәки уның менән фәрештә килмәгән?» — тигән һүҙҙәренән күкрәгең ҡыҫылалыр. Һин — өгөтләүсе-иҫкәртеүсе генә бит, ә Алла һәр нәмәгә үәкил.
13. Йәки улар: «Ул уны үҙе уйлап сығарҙы»,— тип әйтерҙәр. Әйт: «Шуға оҡшаш уйлап сығарылған ун сүрә килтерегеҙ, һәм, әгәр дөрөҫ һөйләүсе булһағыҙ, Алланан башҡа саҡыра алғанығыҙҙы саҡырығыҙ!
14. Әгәр улар һеҙгә яуап бирмәһәләр, шуны белегеҙ: ул Алланың белеүе буйынса иңдерелгән һәм Унан башҡа илаһ юҡ. Һеҙ мосолман булмаҫһығыҙмы ни?»
15. Кем был донъяны һәм уның зиннәттәрен теләй, донъяла уларҙың эштәренә теүәл түләрбеҙ, һәм улар был донъяла өлөштәренән мәхрүм ителмәҫ.
16. Был кешеләргә ахирәт көнөндә уттан башҡа нәмә булмаҫ, һәм уларҙың бында [донъяла] эшләгән эштәре файҙаһыҙ, һәм уларҙың ҡылғандары әрәмгә сығыр.
17. Кемдә үҙ Раббыһынан асыҡ аяттар бар һәм уның артынаң Алланан шаһит килә, һәм уның алдында иман һәм рәхмәт булып, Мусаның китабы булһа,— былар Уға иман килтерәләр. Ә төрлө төркөмдәрҙән иман килтермәгән кешеләргә үәғәҙә ителгән нәмә — тамуҡ. Был турала шикләнмә! Был — Раббыңдан хәҡиҡәт, әммә кешеләрҙең күбеһе иман килтермәй!
18. Аллаға ялған уйлап сығарыусынан залимыраҡ кем булыр? Улар Раббылары ҡаршыһына килтерелерҙәр һәм шаһиттар: «Раббылары өҫтөнән ялған һөйләүселәр бына ошолар»,— тип әйтерҙәр. Эй, Алланың ләғнәте залимдар өҫтөнә,
19. Алла юлынан ситләшеүселәргә, уны боҙорға теләп; ә ахирәткә улар ышанмай.
20. Улар Ер йөҙөндә һис бер нәмәне үҙгәртә алмайҙар. Уларҙың Алланан башҡа яҡлаусылары юҡ, уларға ғазап икеләтә булыр; уларҙың ишетергә лә, күрергә лә көстәре етмәне!
21. Был кешеләр үҙ-үҙҙәренә зыян итте, һәм улар уйлап сығарған ялғандары уларҙан йәшеренде!
22. Һис шик юҡ, ахирәт көнөндә улар тағы ла ҙурыраҡ зыян күреүсе булыр!
23. Ысынлап та, иман килтергән һәм изге эштәр эшләгән һәм Раббыларына буйһонғандар, былар — ожмах эйәләре, улар унда мәңге ҡаласаҡ!
24. Ике төркөмдөң миҫалы; һукыр, һаңғырау һәм күреүсе, ишетеүсе. Улар миҫалдарында тигеҙме һуң? Иҫегеҙгә килмәҫһегеҙме ни һуң?
25. Һәм бына Беҙ үҙ халҡына Нухты ебәрҙек: «Ысынлап та, мин һеҙгә асыҡ өгөтләүсе-иҫкәртеүсе!
26. Алланан башҡа һис кемгә ҡоллоҡ ҡылмағыҙ, мин һеҙҙең өсөн интектергес көндөң ғазабынан ҡурҡам!»
27. Уның халҡынан иман килтермәгән юғары дәрәжәле кешеләр: «Беҙ һинең үҙебеҙ кеүек кеше икәнлегеңде күрәбеҙ, һәм һиңә эйәреүселәр беҙҙең арабыҙҙағы беренсе уйҙан иң түбән кешеләр икәнен күрәбеҙ, һәм һеҙҙә беҙгә ҡарағанда һис бер өҫтөнлөк күрмәйбеҙ, бәлки беҙ һеҙҙе ялғансылар тип уйлайбыҙ»,— тип әйттеләр.
28. Ул әйтте: «Эй, халҡым! Уйлап ҡаранығыҙмы һеҙ, әгәр миндә Раббымдан асыҡ аяттар булһа һәм Ул миңә Үҙенән һеҙгә күренмәгән рәхмәт бирһә, һеҙ яратмаһағыҙ, беҙ уны [рәхмәтте] һеҙгә көсләп бирербеҙме ни?
29. Эй, халҡым! Мин һеҙҙән уның өсөн байлыҡ һорамайым, минең әжерем Аллала ғына, һәм мин иман килтергән кешеләрҙе үҙ эргәмдән ҡыумайым, улар Раббыларын осратасаҡтар бит. Әммә мин күрәм: һеҙ наҙан халыҡ.
30. Эй, халҡым! Әгәр мин уларҙы үҙ эргәмдән ҡыуып ебәрһәм, Алланан кем мине һаҡлар? Иҫегеҙгә алмаҫһығыҙмы ни?
31. Мин һеҙгә: «Алланың хазиналары минең ҡулымда»,— тип тә, «Мин ғәйеп нәмәләрҙе беләм»,— тип тә әйтмәйем, «Мин фәрештә»,— тип тә әйтмәйем. Һәм һеҙҙең күҙҙәрегеҙ хурлап ҡараған кешеләр тураһында: «Уларға Алла һис бер төрлө яҡшылыҡ бирмәйәсәк»,— тип тә әйтмәйем. Уларҙың күңелдәрендәге нәмәне Алла яҡшыраҡ белә; ул үаҡытта мин залимдарҙан булыр инем».
32. Улар: «Эй, Нух! Һин беҙҙең менән бик күп һүҙ көрәштерҙең, әгәр дөрөҫ һөйләй торған булһаң, үҙең үәғәҙә ҡылған нәмәне беҙгә килтер!» — тинеләр.
33. Ул әйтте: «Әгәр теләһә, һеҙгә уны Алла килтерер, һәм һеҙ уны көсһөҙләтә алмайһығыҙ.
34. Һәм әгәр Алла һеҙҙе аҙҙырырға теләһә, мин һеҙгә нәсихәт бирергә теләһәм дә, минең нәсихәтем һеҙгә ярҙам итмәҫ. Ул — Раббығыҙ, һәм Уға ҡайтарылырһығыҙ».
35. Йәки улар: «Ул уны үҙе уйлап сығарҙы!» — тип әйтерҙәр. «Әгәр мин уны уйлап сығарған булһам, ул уаҡыт үҙ гонаһым үҙ өҫтөмә һәм һеҙҙең гонаһ эшләүегеҙҙә ҡатнашлығым юҡ»,— тип әйт.
36. Һәм Нухҡа үәхи бирелде: «Һинең халҡыңдан инде иман килтергәндәрҙән башҡа һис иман килтереүсе булмаҫ, уларҙың эшләгән эштәре өсөн һин көймә.
37. Беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа һәм Беҙ ҡылған үәхи буйынса көймә яһа, золом ҡылғандар тураһында Миңә доға ҡылма, ысынлап та, улар батырыласаҡ!»
38. Һәм ул көймәне яһаны. Уның халҡынан аҡһөйәктәр һәр уаҡыт уның янынан үткәндә уны мыҫҡылланылар. Ул әйтте: «Әгәр хәҙер һеҙ беҙҙе мыҫҡыл итһәгеҙ, һеҙ мыҫҡыллаған кеүек беҙ ҙә һеҙҙе мыҫҡыл итербеҙ.
39. Кемгә уны кәмһетә торған ғазап киләсәген һәм кемгә мәңге ғазап ҡағыласағын һеҙ белерһегеҙ!»
40. Беҙҙең бойороғобоҙ килгәс һәм усаҡ ҡайнағас, Беҙ: «Уға һәр нәмәнең ишен, икеһен, тейә, һәм ғаиләңде,—элек улар тураһында һүҙ булғандарҙан башҡа,— һәм иман килтергән кешеләрҙе»,— тинек, ләкин уның менән аҙҙар ғына иман килтерҙе.
41. Ул: «Унда йөҙөгөҙ, уның хәрәкәте һәм туҡталыуы Алла исеме менән. Ысынлап та, Раббым ярлыҡаусы, рәхимле!»— тине.
42. Ул [көймә] улар менән тау кеүек тулҡындар араһында йөҙҙө. Нух ситтә торған улын саҡырҙы: «Эй, улым, беҙҙең менән бергә йөҙ һәм кафырҙар менән булма!»
43. Ул: «Мин тауға менеп ҡотолормон, ул мине һыуҙан һаҡлар»,— тине, Ул: «Бөгөн Алла рәхмәт ҡылған кешеләрҙән башҡаларға Уның бойороғонан һаҡлаусы юҡ»,— тине. Һәм уларҙың араһын тулҡын бүлде һәм ул батырылғандар араһында булды.
44. Һәм: «Эй, Ер, һыуыңды йот, эй, Күк, туҡтал!» — тип әйтелде. Һәм һыу ҡайтты, һәм бойороҡ үтәлде, һәм ул Әл-Джүди тауында туҡталды, һәм: «Дөмөкһөн залим халыҡ!» — тип әйтелде.
45. Нух Раббыһына мөрәжәғәт итте: «Раббым, минең улым — минең ғаиләмдән, Һинең үәғәҙәң хаҡ — Һин хөкөм итеүселәрҙең иң хикмәтлеһе!» — тине.
46. Ул: «Эй, Нух, ул һинең ғаиләңдән түгел, был — изге эш түгел, үҙең белмәгәнде Минән һорама, Мин һине наҙандарҙан булмаҫҡа өгөтләйем»,— тине.
47. Ул: «Раббым, белемем булмаған нәмәне Һинән һорамау өсөн Һиңә һыйынам. Һин ярлыҡамаһаң, рәхмәтеңде бирмәһәң, мин зыян күреүселәрҙән булырмын»,— тине.
48. «Эй, Нух, Беҙҙең һиңә һәм һинең менән булған халыҡтарға сәләм һәм бәрәкәт менән төш. Ә бар шундай халыҡтар, Беҙ уларҙы файҙалаңдырырбыҙ, шунан уларға Беҙҙән интектергес ғазап ҡағылыр».
49. Был — ғәйеп нәмә тураһындағы хикәйәләрҙән. Беҙ уларҙы һиңә үәхи итәбеҙ, бынан элек уны һин дә, һинең халҡың да белмәй ине. Сабыр ит! Ысынлап та, эштең ахыры тәҡүәлеләргә!
50. ...һәм Ғәд халҡына уларҙың туғаны Һудты. Ул әйтте: «Эй, халҡым! Аллаға ҡоллоҡ ҡылығыҙ! Унан башҡа һеҙгә илаһ юҡ! Һеҙ фәҡәт ялғанды уйлап сығараһығыҙ.
51. Эй, халҡым! Мин һеҙҙән бының өсөн әжер һорамайым, минең әжерем фәҡәт мине бар иткәндә. Аҡылығыҙға килмәҫһегеҙме ни?
52. Эй, халҡым! Раббығыҙҙан ярлыҡау һорағыҙ, шунан Уға тәүбә ҡылығыҙ, Ул һеҙгә Күктән мул ямғыр ебәрер, һәм һеҙҙең көсөгөҙгә тағы көс арттырыр, гонаһлы булып, йөҙ сөйөрмәгеҙ!»
53. Улар әйтте: «Эй, Һуд, һин беҙгә асыҡ аят менән килмәнең, беҙ, һинең һүҙеңә ҡарап, үҙебеҙҙең илаһтарыбыҙҙы һис ҡалдырмаясаҡбыҙ, һәм һиңә ышанмаясаҡбыҙ.
54. Беҙ һиңә фәҡәт илаһтарыбыҙҙан берәйһе яманлыҡ ҡылды тип кенә әйтәбеҙ». Ул әйтте: «Мин Алланы шаһит итәм, һәм һеҙ ҙә шаһит булығыҙ: ҡатнашым юҡ һеҙҙең Уға тиңдәш тотоуығыҙҙа,
55. Унан башҡа. Барығыҙ ҙа миңә ҡаршы хәйлә ҡороғоҙ, һуңынан миңә кисектермәгеҙ.
56. Бына мин Аллаға — Раббыма һәм Раббығыҙға — тәүәккәлләнем. Ул маңлай сәсенән тотмаған һис бер хайуан юҡтыр. Ысынлап та, Раббым тура юлда!
57. Әгәр йөҙ сөйөрһәгеҙ, мин һеҙгә нәмә менән ебәрелгәнемде еткерҙем, һәм Раббым һеҙҙе икенсе халыҡ менән алмаштырыр, һеҙ Уға һис нәмәлә зарар итә алмаҫһығыҙ. Ысынлап та, Раббым һәр бер нәмәне һаҡлаусы!»
58. Һәм Беҙҙең бойороғобоҙ килгәс, Беҙ Һудты һәм Беҙҙең рәхмәтебеҙҙән уның менән бергә иман килтергән кешеләрҙе ҡотҡарҙыҡ һәм уларҙы ҡаты ғазаптан ҡотҡарҙыҡ.
59. Бына ошо Ғәд халҡы Раббыларының аяттарын инҡар итте һәм Уның рәсүлдәренә буйһонманы, һәм һәр йәберләүсенең бойороғона эйәрҙе.
60. Уларға был донъяла һәм ахирәт көнөндә лә ләғнәт эйәртелде. Эйе! Ысынлап та, Ғәд халҡы Раббыларына ышанманы. Эйе! Дөмөкһөн ғәдтәр — Һуд халҡы!
61. ...Һәм Ҫәмүд халҡына уларҙың туғаны Салихты. Ул: «Эй, халҡым! Аллаға ҡоллоҡ ҡылығыҙ! Унан башҡа һеҙгә һис бер илаһ юҡ. Ул һеҙҙе Ерҙән сығарып үҫтерҙе һәм һеҙҙе Ерҙә урынлаштырҙы. Унан ярлыҡау һорағыҙ, шунан Уға тәүбә ҡылығыҙ. Ысынлап та, Раббым — яҡын һәм яуап биреүсе!» — тине.
62. Улар: «Эй, Салих! Һин бынан элек беҙҙең арабыҙҙа ышаныслы кешеләрҙән инең. Һин беҙҙе ата-бабаларыбыҙ ҡоллоҡ ҡылған нәмәгә ҡоллоҡ ҡылыуҙан тыйырһыңмы ни? Һин өндәгән нәмә тураһында беҙ көслө шиктәбеҙ»,— тинеләр.
63. Ул әйтте: «Эй, халҡым! Уйлап ҡаранығыҙмы, әгәр миндә Раббымдан асыҡ аят булһа, һәм Ул миңә рәхмәтен биргән булһа, әгәр мин Уға буйһонмаһам, Алланан мине кем яҡлар? Һеҙ миңә зыян ғына арттыраһығыҙ.
64. Эй, халҡым! Был — һеҙгә аят итеп Алланың инә дөйәһелер, уны Алла ерендә ашап йөрөгән хәлендә ҡалдырығыҙ, уға яуызлыҡ менән ҡағылмағыҙ, юҡһа һеҙҙе яҡын ғазап тотор».
65. Әммә улар дөйәнең теҙ аҫты һеңерҙәрен ҡырҡтылар, һәм ул: «Өс көн өйҙәрегеҙҙә файҙаланығыҙ: был үәғәҙә ялған түгел»,— тине.
66. Беҙҙең бойороғобоҙ килгәс, Беҙ Салихты һәм рәхмәтебеҙ менән уның менән бергә иман килтергән кешеләрҙе шул көндөң хурлығынан ҡотҡарҙыҡ. Ысынлап та, Раббың ҡеүәтле, бөйөк!
67. Һәм залим халыҡтарҙы ҡаты тауыш тотто, һәм иртәгәһенә улар өйҙәрендә йөҙ түбән килеш ята ине,
68. унда тормаған да кеүек. Эйе! Ысынлап та, Ҫәмүд халҡы Раббыһын инҡар итте — дөмөкһөндәр әйҙә ҫәмүдтәр!
69. Бына Беҙҙең рәсүлдәребеҙ һөйөнсө менән Ибраһимға килделәр: «Сәләм!» — тинеләр. «Сәләм!» — тине ул, һәм оҙаҡламайынса ҡыҙҙырылған быҙау ите алып килде.
70. Ә уларҙың ҡулдары уға теймәгәнде күргәс, уларҙы таныманы һәм уларҙан ҡурҡыу тойҙо. Улар: «Ҡурҡма, беҙ Лут халҡына ебәрелгәнбеҙ»,— тинеләр.
71. Ә уның ҡатыны баҫып тора ине һәм көлөп ебәрҙе, һәм Беҙ уны Исхаҡ тураһында һәм Исхаҡтан һуң Яҡуп тураһында һөйөнсөләнек.
72. Ул: «Ниндәй ҡайғы миңә! Мин ҡарсыҡ көйөмсә бала табырмынмы? Бына ирем дә ҡарт. Ысынлап та, был ғәжәп эш!» — тине.
73. Улар: «Әллә һин Алланың бойороғона ғәжәпләнәһеңме? Эй һеҙ, йорт эйәләре, Алланың рәхмәте һәм бәрәкәте һеҙҙең өҫтөгөҙҙә. Ул маҡтаулы һәм данлыҡлы!» — тинеләр.
74. Ибраһимдан ҡурҡыу киткәс һәм уға шатлыҡлы хәбәр килгәс, ул Беҙҙең менән Лут халҡы тураһында бәхәсләшергә кереште.
75. Ысынлап та, Ибраһим баҫалҡы, көйәләнеүсе һәм тәүбә ҡылыусы!
76. Эй, Ибраһим, бынан йөҙ ҡайтар, инде Раббыңдың бойороғо килде, һәм, ысынлап та, уларға ҡотолғоһоҙ ғазап киләсәк!
77. Лутҡа Беҙҙең рәсүлдәребеҙ килгәс, уларға көйҙө, һәм уларҙан уның көсө кәмене һәм: «Был — ауыр көн!» — тине.
78. Уға ашыға-ашыға уның халҡы килде, улар элек тә насар эштәр ҡылалар ине. Ул: «Эй, халҡым! Бына минең ҡыҙҙарым, улар һеҙҙең өсөн таҙараҡ. Алланан ҡурҡығыҙ, мине ҡунаҡтарым алдында мәсхәрә итмәгеҙ. Арағыҙҙа дөрөҫ юлдан йөрөүсе кеше юҡмы ни?» — тине.
79. Улар: «Һин беләһең бит, һинең ҡыҙҙарыңда беҙҙең хәжәтебеҙ юҡ, һәм һин беҙҙең нимә теләгәнебеҙҙе беләһең»,— тинеләр.
80. Ул: «Әгәр һеҙгә [ҡаршы] миндә көс булһа ине йәки миңә һыйынып ҡотолорға ҡеүәтле терәк булһа ине!» — тине.
81. Улар: «Эй, Лут, беҙ — Раббыңдың рәсүлдәре, улар һис уаҡытта һиңә килеп етә алмаҫ. Төндөң бер өлөшө үткәс, ғаиләң менән юлға сыҡ һәм һинең ҡатыныңдан башҡа бер кем дә артына әйләнеп ҡарамаһын, ысынлап та, уларға ҡағылған нәмә ҡатыныңа тейер. Уларға билдәләнгән уаҡыт — таң. Таң яҡын түгелме ни?» — тинеләр.
82. Беҙҙең бойороғобоҙ килгәндән һуң, уның өҫтөн түбән ҡылдыҡ һәм тығыҙ балсыҡтан [эшләнгән] таш яуҙырҙыҡ,
83. Раббың ҡаршыһында тамғаланған. Һәм был залимдарҙан йыраҡта булманы!
84. ...Һәм Мәдйән халҡына уларҙың туғаны Шөғәйепте. Ул әйтте: «Эй, халҡым! Аллаға ҡоллоҡ ҡылығыҙ, Унан башҡа һеҙгә илаһ юҡ. Оҙонлоҡ үлсәүен дә, ауырлыҡ үлсәүен дә кәметмәгеҙ. Мин һеҙҙең рәхәттә йәшәгәнегеҙҙе күрәм, һәм мин һеҙҙең өсөн солғаусы көндөң ғазабынан ҡурҡам.
85. Эй, халҡым! Оҙонлоҡ һәм ауырлыҡ үлсәүҙәрендә ғәҙеллекте теүәл үтәгеҙ, кешеләрҙең һис бер нәмәһен кәметмәгеҙ, һәм Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ таратып йөрөмәгеҙ!
86. Алла ҡаршыһындағы ҡалдыҡ —әгәр иман килтергән булһағыҙ,— һеҙҙең өсөн яҡшыраҡ, ә мин һеҙҙең өсөн һаҡлаусы түгел».
87. Улар: «Эй, Шөғәйеп! Һиңә ата-бабаларыбыҙ табынған нәмәне ҡуйырға һәм малдарыбыҙҙы үҙебеҙ теләгәнсә сарыф итмәҫкә ҡушамы һиңә намаҙың? Һин баҫалҡы һәм тура юлдан алып барыусы инең бит»,— тинеләр.
88. Ул әйтте: «Эй, халҡым! Уйлап ҡаранығыҙмы һеҙ, әгәр Раббымдан миндә асыҡ аят булһа, һәм Ул миңә күркәм ризыҡ биргән булһа, һәм Ул һеҙгә тыйған нәмәлә мин һеҙгә киреләнергә теләмәһәм... Мин көсөм еткәнсә фәҡәт төҙөклөк теләйем. Миңә ярҙам фәҡәт Алланан, мин Уға тәүәккәлләнем һәм Уға ялбарам.
89. Эй, халҡым! Минең менән айырылышыу һеҙҙе Нух халҡына, йәки Һуд халҡына, йәки Салих халҡына ҡағылған кеүек нәмәгә дусар итмәһен, Лут халҡы ла һеҙҙән алыҫ түгел бит.
90. Раббығыҙҙан ярлыҡауҙы һорағыҙ, шунан Уға тәүбә итегеҙ. Ысынлап та, Раббым — рәхимле, һөйөүсе!»
91. Улар: «Эй, Шөғәйеп! Һин әйткәндәрҙән беҙ күп нәмә аңламайбыҙ, беҙ шуны күрәбеҙ: һин арабыҙҙа көсһөҙһөң. Әгәр ырыуың булмаһа, беҙ һине таш менән туҡмар инек, һин бит беҙгә ғәзиз түгелһең»,— тинеләр.
92. Ул әйтте: «Эй, халҡым! Әллә минең ырыуым һеҙгә Алланан да ҡәҙерлерәкме? Һеҙ Уны артығыҙҙа ташлап ҡалдырҙығыҙ. Ысынлап та, Раббым ҡылған эштәрегеҙҙе айҡай.
93. Эй, халҡым! Үҙ көсөгөҙ еткәнсе эшләгеҙ, мин дә эшләрмен, белерһегеҙ кемгә уны месхәрә итеүсе ғазап килгәнен һәм кем ул алдаҡсы. Көтөп тороғоҙ, мин дә һеҙҙең менән көтәм!»
94. Һәм Беҙҙең бойороғобоҙ килгәс, Беҙ Шөғәйепте һәм рәхмәтебеҙ менән уның менән иман килтергән кешеләрҙе ҡотҡарҙыҡ. Ә золом ҡылғандарҙы ҡаты тауыш тотто, һәм иртәгеһенә улар йорттарында йөҙ түбән йығылған хәлдә ята ине,
95. унда тормаған да кеүек. Ҫәмүд халҡы йыраҡ булған кеүек, Мәдйән халыҡтары дөмөкһөн!
96. Беҙ аяттарыбыҙ менән һәм асыҡ хакимиәт менән
97. Фирғәүенгә һәм уның юғары дәрәжәле кешеләренә Мусаны ебәрҙек. Улар Фирғәүен бойороғона эйәрҙеләр, әммә Фирғәүендең бойороғо дөрөҫ булманы.
98. Ул ҡиәмәт көнөндә халҡы башында килер һәм һыу эсергә уларҙы утҡа илтер. Ниндәй насар уға алып барылған эсеү урыны!
99. Һәм уларҙы бында ла һәм ҡиәмәт көнөндә лә ләғнәт менән оҙаталар. Ниндәй насар был бирелә торған бүләк!
100. Был — Беҙ һиңә һөйләгән ҡалалар тураһындағы хәбәрҙәрҙән. Уларҙың ҡайһылары тора, ә ҡайһылары урылған.
101. Беҙ уларға золом ҡылманыҡ, ләкин улар үҙ-үҙҙәрен йәберләне. Һинең Раббыңдың бойороғо килгәс, Алланан башҡа улар доға ҡылған илаһтары уларҙы һис бер нәмәнән ҡотҡарманы. Улар фәҡәт уларҙың һәләкәтен генә көсәйтте.
102. Золом ҡылған ҡалаларҙы тотҡанда бына шулай тотоуы Раббыңдың! Ысынлап та, Уның тотоуы интектергес һәм ҡаты!
103. Ысынлап та, ахирәт ғазабынан ҡурҡҡан кешегә ошонда аяттар бар. Был көнгә кешеләр йыйылыр һәм күрелә торған көндөр был!
104. Беҙ уны һанаулы әжәлгә ҡәҙәр генә кисектерәбеҙ.
105. Ул көн килгәс, кеше Уның рөхсәте менән генә һөйләшер; улар араһында бәхетһеҙ һәм бәхетлеләр булыр.
106. Әммә бәхетһеҙ кешеләр утта. Уларға унда — ыңғырашыу һәм үкһеп илау,—
107. күктәр һәм Ер дауам иткән хәтле унда мәңге ҡалып,— әгәр Раббың башҡаны теләмәһә генә. Ысынлап та, Раббың — Үҙе теләгәнен ҡылыусы!
108. Әммә бәхеткә ирешкәндәр —ожмахта, унда мәңге ҡалып,— күктәр һәм Ер дауам иткән хәтле,— әгәр Раббың башҡаны теләмәһә инде,— киҫелмәгән бүләк итеп.
109. Быларҙың нәмәгә табыныуы тураһында шиктә булма, улар элек ата-бабалары табынған кеүек кенә табыналар бит. Һәм, ысынлап та, Беҙ уларға өлөштәрен теүәл итеп, кәметмәйенсә бирербеҙ!
110. Беҙ Мусаға китап бирҙек, әммә уның тураһында бәхәсләштеләр. Әгәр һинең Раббыңдың үткәндәге һүҙе булмаһа, улар араһында хөкөм ителгән булыр ине. Ә улар быға ҡарата ныҡ шикләнә.
111. Ысынлап та, Раббың һәр кемгә, эштәренә ҡарап, тейешлеһен теүәл бирер: Ул уларҙың эшләгән эштәренән хәбәрҙар!
112. Нисек ҡушылған, шулай тор һәм һинең менән бергә тәүбә ҡылғандар; һәм сиктән уҙмағыҙ: Ул һеҙ нәмә эшләгәнде күреп тора бит!
113. Һеҙгә ут ҡағылмаһын өсөн золом ҡылғандарға таянмағыҙ, һеҙҙең Алланан башҡа дуҫтарығыҙ юҡ һәм һеҙгә һис ярҙам булмаҫ.
114. Көндөң башында һәм аҙағында, һәм төндөң [яҡын] сәғәттәрендә намаҙ тор. Ысынлап та, изге эштәр яман эштәрҙе алыҫлата! Был — иҫкә алыусыларҙың иҫтәренә төшөрөү.
115. Һәм сабырлы бул, сөнки Алла изгелек эшләгәндәрҙең әжерен зая ҡылмай!
116. Ни өсөн һеҙгә тиклем булған быуындарҙа Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡтан тыйыусы ғүмер эйәләре булманы — Беҙ ҡотҡарғандарҙан аҙ ғыналарынан башҡа? Ә золом ҡылғандар үҙҙәре ләззәтләнгән тормошҡа эйәрҙеләр һәм гонаһлыларҙан булдылар.
117. Раббың халыҡтары яҡшы эштәр эшләгән ҡалаларҙы золом менән һәләк итмәне.
118. Әгәр һинең Раббың теләгән булһа, Ул кешеләрҙе бер өммәт яһаған булыр ине. Ә улар бәхәсләшеүҙән туҡтамайҙар,
119. һинең Раббың рәхмәт ҡылғандарҙан башҡа. Шуның өсөн Ул уларҙы яратты. Һәм Раббыңдың: «Мин тамуҡҡа ендәрҙе һәм кешеләрҙе бергә тултырасаҡмын»,— тигән һүҙе ғәмәлгә ашырылды.
120. Беҙ һиңә рәсүлдәр тураһындағы хәбәрҙәрҙең барыһын да һинең йөрәгеңде нығытыу өсен һөйләйбеҙ. Һәм ошонда һиңә хәҡиҡәт һәм иман килтергән кешеләргә өгөтләү һәм иҫкә төшөрөү килде.
121. Иман килтермәгән кешеләргә әйт: «Көсөгөҙ еткән саҡлы ғәмәл ҡылығыҙ. Беҙ ҙә ғәмәл ҡылырбыҙ.
122. Көтөп тороғоҙ, беҙ ҙә көтөп торабыҙ!»
123. Күктәрҙә һәм Ерҙә булған ғәйеп нәмәләр Алланыҡы. Барлыҡ эш Аллаға ҡайта. Уға ғибәҙәт ҡыл һәм Уға тәүәккәллә! Раббың һеҙ эшләгән эштән битараф түгел!
Һуд сүрәһе
← Йунус сүрәһе | Ҡөрьән |
Йусуф сүрәһе → |
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит. |
-
Ҡөрьән Кәрим
Д. Кинельский тәржемәһе, башҡортсаға Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәҙиев
'