Йусуф сүрәһе

Ҡөрьән
автор Мөхәммәт Кәрим
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.


-

Ҡөрьән Кәрим
Д. Кинельский тәржемәһе, башҡортсаға Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәҙиев


'

12. ЙУСУФ (ЙОСОФ) СҮРӘҺЕ

1. Әлиф ләм ра. Ошолар — асыҡ китаптың аяттары.
2. Беҙ уны ғәрәп телендә Ҡөрьән итеп индерҙек, моғайын, һеҙ аңларһығыҙ!
3. Беҙ, һиңә ошо Ҡөрьәнде үәхи ҡылып, иң яҡшы хикәйәләү менән һиңә һөйләйбеҙ, быға тиклем һин битарафтарҙан булһаң да.
4. Бына Йософ үҙенең атаһына: «Эй, атай! Мин ун бер йондоҙ, Ҡояшты һәм Айҙы күрҙем — мин уларҙың миңә сәждә ҡылғандарын күрҙем»,— тине.
5. Ул әйтте: «Эй, улыҡайым! Күргәнеңде [ир] туғандарыңа һөйләй күрмә, улар һиңә ҡаршы хәйлә ҡорорҙар. Кеше өсөн шайтан асыҡ дошман бит!
6. Бына ошолай Раббың һине һайлар һәм һиңә уаҡиғаларҙы аңлатыуҙы өйрәтер, Үҙ ниғмәтен һиндә һәм Яҡуп ырыуында тамамлар, элек һинең атайҙарың Ибраһимда һәм Исхаҡта тамам ҡылған кеүек. Ысынлап та, Раббың белә, хикмәтле!»
7. Йософта һәм уның туғандарында һорашыусы кешеләр өсөн аяттар бар ине инде.
8. Бына улар әйтте: «Әлбиттә, Йософ һәм уның туғаны атайыбыҙға беҙгә ҡарағанда һөйөклөрәк, ә беҙ күмәкбеҙ. Ысынлап та, атайыбыҙ асыҡ аҙашыуҙа!»
9. «Йософто үлтерегеҙ йәки алыҫ ергә илтеп ташлағыҙ: шул уаҡытта атайығыҙҙың йөҙө һеҙгә боролор һәм бынан һуң һеҙ яҡшы кешеләрҙән булырһығыҙ».
10. Уларҙың береһе: «Йософто үлтермәгеҙ, ә ҡоҙоҡ төбөнә ташлағыҙ, уны үтеп барыусыларҙың берәйһе алыр, әгәр һеҙ быны эшләһәгеҙ»,— тине.
11. Улар әйтте: «Эй, атай! Ниңә һин Йософто беҙгә ышанып тапшырмайһың, беҙ уға нәсихәт биреүселәр бит!
12. Иртәгә уны беҙҙең менән ебәр, күңел асһын һәм уйнаһын, беҙ бит уны һаҡлайбыҙ».
13. Ул: «Әгәр һеҙ уның менән китһәгеҙ, был мине көйҙөрөр, һәм һеҙ уға иғтибарһыҙ булған саҡта, уны бүре ашап китеүҙән ҡурҡам»,— тине.
14. Улар: «Әгәр уны беҙ күмәк булып та бүре ашаһа, беҙ зыян күреүселәрҙән булырбыҙ»,— тинеләр.
15. Шунан улар уны алып киттеләр ҙә ҡоҙоҡ төбөнә һалырға һүҙ ҡуйыштылар. Ә Беҙ уға: «Һин уларға был эштәре тураһында үҙҙәре белмәгән саҡта хәбәр итерһең»,— тип үәхи ҡылдыҡ.
16. Һәм бына улар кис менән аталары ҡаршыһына илашып килделәр.
17. Улар: «Эй, атайыбыҙ! Беҙ бер-беребеҙ менән ярышырға тотондоҡ һәм Йософто әйберҙәр эргәһендә ҡалдырҙыҡ, һәм уны бүре ашаны. Әммә, беҙ дөрөҫ һөйләһәк тә, һин ышанмаясаҡһың»,— тинеләр.
18. Улар ялған ҡанға [бәрәс ҡанына] буялған күлдәк алып килделәр. Ул: «Эйе, күңелдәрегеҙ һеҙгә эште матур итеп күрһәтте, ләкин [миңә] — гүзәл сабырлыҡ... Һеҙ һөйләгән эш тураһында Алланан ярҙам һорарға кәрәк»,— тине.
19. Һәм мосафирҙар килде, улар һыу сығарыусыларын ебәрҙеләр, ул күнәген төшөрҙө һәм: «Ниндәй шатлыҡ, был — йәш егет»,— тине. Улар уны тауар кеүек итеп йәшерҙеләр, ә Алла уларҙың нимә эшләгәндәрен белеп торҙо.
20. Улар уны һанаулы дирһәмдәрҙән торған аҙ хаҡҡа һаттылар, һәм улар был эштә арзан эш иттеләр.
21. Уны һатып алған Мысыр кешеһе ҡатынына: «Уны яҡшы урынлаштыр, бәлки ул беҙгә файҙа итер йәки беҙ уны уллыҡҡа алырбыҙ»,— тине. Шулай итеп, Беҙ Йософто был ерҙә урынлаштырҙыҡ,— уаҡиғаларҙы аңлатырға өйрәтеү өсөн. Алла Үҙ эшендә еңеүсе, ләкин кешеләрҙең күбеһе белмәй!
22. Һәм ул бәлиғ булғас, Беҙ уға хикмәт һәм белем бирҙек. Бына ошолай бүләкләйбеҙ Беҙ яҡшылыҡ эшләүселәрҙе!
23. Ул булған өйҙөң хужабикәһе уны ҡыҙыҡтырырға маташты, ишектәрҙе бикләп ҡуйҙы ла: «Кил бында!» — тине. Ул: «Алла һаҡлаһын! Хужам минең урынымды күркәм ҡылды бит. Ысынлап та, золом ҡылыусылар бәхетле булмай!» — тине.
24. Һәм ҡатын уны теләне, һәм ул ҡатынды теләне — Раббыһынан иҫбатлауҙы күргәнгә тиклем, был — унан яманлыҡты һәм боҙоҡлоҡто Беҙ ситләштереү өсөн, ысынлап та, ул — Беҙҙең ихлас ҡолдарыбыҙҙан!
25. Улар ярышып ишеккә табан ынтылдылар, һәм ҡатын уның күлдәген арттан йыртты, һәм улар ишек янында ҡатындың хужаһын осраттылар. Ҡатын: «Һинең ғаиләңә яманлыҡ теләгән кешегә уны зинданға ултыртыуҙан йәки интектергес ғазаптан башҡа ниндәй яза?» — тине.
26. Ул: «Ул [ҡатын] мине аҙҙырырға теләне»,— тине, һәм ҡатын ғаиләһенән бер шаһит шаһитлыҡ итте: «Әгәр уның күлдәге алдан йыртылған булһа, ҡатын раҫ һөйләгән булыр, ә ул алдаҡсы.
27. Һәм әгәр күлдәк арттан йыртылған булһа, ул саҡта ҡатын алдай, ә ул дөрөҫтө һөйләй».
28. Һәм ул [ир] күлдәктең арттан йыртылғанын күргәс, [ҡатынға] әйтте: «Был — һеҙҙең хәйләләрегеҙҙән, ысынлап та, хәйләгеҙ бөйөк!
29. Йософ, һин бынан йөҙ сөйөр, ә һин [ҡатын] гонаһыңдан ярлыҡау һора, һин гонаһлы бит».
30. Ҡалала ҡатын-ҡыҙҙар: «Түрәнең ҡатыны егетте ҡыҙыҡтыра. Ул [егет] ҡатынды мөхәббәт менән тултырған. Беҙ ул ҡатынды асыҡ аҙашыуҙа күрәбеҙ»,— тип һөйләнеләр.
31. Ул ҡатын, уларҙың мәкерҙәрен ишеткәс, улар артынан саҡырырға кеше ебәрҙе. Уларға урын әҙерләне һәм уларҙың һәр ҡайһыһына бысаҡ бирҙе һәм [Йософҡа]: «Улар алдына сыҡ!»— тине. Улар уны күргәс, уны ололанылар, үҙҙәренең ҡулдарын ҡырҡтылар һәм: «Алла һаҡлаһын! Был — кеше түгел, был гүзәл фәрештә!» — тинеләр.
32. Ул [ҡатын]: «Бына һеҙгә ошо егет, уның арҡаһында мине шелтәләнегеҙ, мин уны ҡыҙыҡтырҙым, әммә ул ғиффәтле булды. Әгәр ул мин ҡушҡанды эшләмәһә, ул зинданға ябылыр, һәм хурланғандарҙан буласаҡ»,— тине.
33. Ул: «Раббым! Улар өндәгән нәмәгә ҡарағанда төрмә миңә һөйөклөрәк. Әгәр Һин минән уларҙың мәкерҙәрен ситләштермәһәң, улар яғына ауышырмын һәм наҙандарҙан булырмын»,— тине.
34. Раббыһы уның доғаһын ҡабул итте һәм унан ҡатындарҙың мәкерен ситләштерҙе. Ысынлап та, Ул ишетә, белә!
35. Бынан һуң, улар аяттарҙы күргәс, ниндәйҙер уаҡытҡа уны зинданға ябырға уйланылар.
36. Һәм уның менән зинданға ике егет инде. Уларҙың береһе: «Бына мин үҙемде хәмер һығам тип күрәм»,— тине, икенсеһе: «Бына мин баш өҫтөмдә икмәк күтәреп барам, уны ҡоштар суҡығанды күрәм, беҙгә шуны аңлатып бир әле. Ысынлап та, беҙ һинең изгелек ҡылыусыларҙан булыуыңды күрәбеҙ»,— тине.
37. Ул әйтте: «Һеҙҙе ризыҡландыра торған ашамлыҡ һеҙгә килер алдынан мин ул турала һеҙгә аңлатып бирермен, ул әле килеп тә өлгөрмәҫ. Был һеҙгә — миңә Раббым өйрәткәндәрҙән. Мин Аллаға иман килтермәгән һәм ахирәт көнөнә ышанмаған халыҡтарҙың динен ташланым.
38. Мин аталарым Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуптың диненә эйәрҙем. Беҙ Аллаға һис бер нәмәне тиңдәш ҡылырға тейеш түгелбеҙ. Был беҙгә һәм кешеләргә Алланың йомартлығынан, әммә кешеләрҙең күбеһе шөкөр итмәй.
39. Эй, зиндандаш иптәштәрем! Тарҡау раббылар яҡшыраҡмы, әллә берҙән-бер ҡеүәтле Алламы?
40. Унан башҡа һеҙ үҙегеҙ һәм ата-бабаларығыҙ ҡушҡан исемдәргә генә ҡоллоҡ ҡылаһығыҙ, Алла улар менән һис бер дәлил ебәрмәне. Хөкөм Аллала ғына. Ул тик Үҙенә генә ҡоллоҡ ҡылырға бойорҙо. Был тоғро дин, ләкин кешеләрҙең күбеһе белмәй.
41. Эй, зиндандаш иптәштәрем! Һеҙҙең берегеҙ хужаһына хәмер эсерер, ә икенсегеҙ әүернә ағасына ҡаҙаҡланыр һәм уның башынан ҡоштар суҡыр. Һеҙ һораған эш ҡылынған инде!»
42. Һәм ул быларҙан ҡотоласаҡ тип уйлағанына: «Хужаң алдында мине иҫкә ал!» — тине. Әммә уға хужаһы ҡаршыһында иҫкә алыуҙы шайтан онотторҙо. Шулай итеп, ул тағы бер нисә йылға зинданда ҡалды.
43. Һәм бына батша: «Бына мин ете һимеҙ һыйыр күрәм, уларҙы ете ябыҡ һыйыр ашай. Һәм ете йәшел башаҡ һәм икенселәре ҡоролар. Эй һеҙ, дәрәжәле кешеләр! Әгәр күргәнде аңлата белә торған булһағыҙ, минең күргәнгә аңлатма бирегеҙ!» — тине.
44. Улар: «Төш — хыялдар бәйләме! Беҙ хыялдарҙы аңлата белмәйбеҙ»,— тинеләр.
45. Һәм теге икәүҙән ҡотолғаны, бер нисә уаҡыттан һуң иҫенә төшөрҙө. Һәм: «Ебәрегеҙ мине, мин бының аңлатмаһын һеҙгә хәбәр итермен!»— тине.
46. «Йософ! Эй, тоғро һөйләүсе! Ете һимеҙ һыйырҙы ете ябыҡ һыйырҙың ашауы тураһында, һәм ете йәшел башаҡ менән ҡороған башаҡтар тураһында аңлат — моғайын, мин кешеләр янына ҡайтырмын, моғайын, улар белер!»
47. Ул әйтте: «Ете йыл ғәҙәт буйынса тырышып иген игерһегеҙ, урып алған игенде башағында ҡалдырығыҙ, ашауығыҙға киткән аҙ өлөшөнән башҡаһын.
48. Ошоноң артынан ете ауыр йыл килер. Ул йылдар, улар өсөн һеҙ әҙерләгәнде ашар, һеҙ һаҡлап ҡалған аҙ ғынаһынан башҡаһын.
49. Шуның артынан бер йыл килер, ул йылды кешеләргә ямғыр ебәрелер һәм улар [емеш] һығырҙар».
50. Һәм батша: «Килтерегеҙ уны миңә»,— тине. Ебәрелгән кеше килгәс, ул: «Үҙеңдең хужаңа ҡайт һәм унан һора: «Ҡулдарын ҡырҡҡан ҡатындарға нимә булды?» — тип,— ысынлап та, Раббым уларҙың [ҡатындарҙың] мәкерҙәрен белә бит!» — тине.
51. Ул: «Һеҙ Йософто ҡыҙыҡтырғанда эшегеҙ нимәлә булды?»— тине. Ҡатындар: «Алла һаҡлаһын! Беҙ унда һис бер боҙоҡлоҡ белмәйбеҙ»,— тинеләр. Түрә ҡатыны: «Хәҙер хәҡиҡәт беленде, мин уны ҡыҙыҡтырҙым, ә ул — дөрөҫтө һөйләүселәрҙән!» — тине.
52. «Был — мин уға йәшерендә хыянат ҡылмағанымды һәм Алла хыянатсыларҙың мәкерҙәрен тура юлдан алып бармаҫын ул белһен өсөн.
53. Мин үҙемдең күңелемде аҡламайым, әгәр Алла рәхмәтен бирмәһә күңел яманлыҡҡа бойороусы бит. Ысынлап та, Раббым ярлыҡаусы, рәхимле!»
54. Һәм батша: «Килтерегеҙ уны миңә. Мин уны үҙемә алам»,— тине. Һәм уның менән һөйләшкәс: «Һин бит бөгөн беҙҙә көслө һәм ышаныслы»,— тине.
55. Ул: «Мине Ер хазиналарына һаҡлаусы итеп ҡуй; мин бит һаҡлаусы һәм беләм»,— тине.
56. Һәм шулай Беҙ Йософто ерҙә нығыттыҡ, ул үҙе теләгән ерҙә урынлашһын өсөн. Беҙ Үҙебеҙҙең рәхмәтебеҙ менән теләгән кешегә ҡағылабыҙ һәм изгелек ҡылған кешеләрҙең әжерен зая ҡылмайбыҙ.
57. Ә инде ахирәт көнөнөң әжере — иман килтергән һәм тәҡүәле булған кешеләргә яҡшыраҡ.
58. Һәм Йософтоң туғандары килеп, эргәһенә инделәр. Ул уларҙы таныны улар уны таныманы.
59. Уларҙың кәрәк нәмәләрен уларға әҙерләгәс, ул әйтте: «Бер ата туғанығыҙҙы алып килегеҙ. Күрмәйһегеҙме ни, мин үлсәүҙе тулыһынса бирәм һәм мин ҡунаҡсылдарҙың иң яҡшыһы?
60. Әгәр уны миңә алып килмәһәгеҙ, ул саҡта һеҙгә минән бер үлсәү ҙә булмаҫ, һәм миңә яҡын да килмәгеҙ».
61. Улар: «Беҙ уның атаһынан һорарбыҙ һәм, әлбиттә, беҙ уны эшләрбеҙ», -- тинеләр.
62. Һәм ул үҙенең хеҙмәтселәренә: «Тауарҙарын уларҙың йөктәренә һалығыҙ, моғайын, ғаиләләренә ҡайтҡас белерҙәр, моғайын, кире килерҙәр,— тине.
63. Һәм улар, аталары эргәһенә ҡайтҡас: «Эй, атай! Беҙгә үлсәү тыйылды. Беҙҙең менән туғаныбыҙҙы ебәр, ул саҡта беҙ үлсәүҙе алырбыҙ. Ысынлапта, беҙ уны һаҡларбыҙ!» — тинеләр.
64. Ул: «Элек уның туғанын һеҙгә ышанып биргән кеүек, уны нисек ышанып тапшырайым? Алла — яҡшыраҡ һаҡлаусы, Ул — рәхимлеләрҙең иң рәхимлеһе!» — тине,
65. Улар йөктәрен асҡас, тауарҙарының кире ҡайтарылғанлығын күрҙеләр. Һәм: «Эй, атай! Беҙгә нимә теләргә? Бына беҙҙең тауарҙарыбыҙ беҙгә ҡайтарылған, беҙ үҙ ғаиләбеҙҙе туйҙырырбыҙ һәм туғаныбыҙҙы һаҡларбыҙ һәм бер дөйә үлсәү өҫтәрбеҙ. Был — еңел үлсәү»,— тинеләр.
66. Ул: «Һис ебәрмәйәсәкмен мин уны һеҙҙең менән, һеҙ уны миңә килтереүегеҙ тураһында Алла менән ант итмәй тороп,— әгәр һеҙ берәй нәмәгә тарымаһағыҙ ғына инде». Һәм улар ант иткәс, ул: «Беҙ бында һөйләгәнгә Алла үәкил!» — тине.
67. Һәм ул: «Эй, улдарым! Бер ҡапҡанан инмәгеҙ, ә төрлө ҡапҡаларҙан инегеҙ, һис бер нәмәлә Алланан һаҡлай алмайым мин һеҙҙе. Хөкөм фәҡәт Аллала. Мин Уға тәүәккәлләнем һәм тәүәкәлләүселәр Уға тәүәккәлләһен», -- тине.
68. Улар аталары ҡушҡанса инһәләр ҙә, был уларҙы һис бер нәмәлә Алланан ҡоткарманы, ә фәҡәт Яҡуптың күңел теләге генә үтәлде. Ул белем эйәһе ине, сөнки Беҙ уны өйрәттек, әммә кешеләрҙең күбеһе белмәй.
69. Һәм, улар Йософ янына ингәс, ул үҙенең туғанына урын бирҙе, һәм: «Бына мин һинең туғаның, улар эшләгән эш тураһында ҡайғырма»,— тине.
70. Уларҙың кәрәк нәмәләрен әҙерләгәндә, туғанының йөгөнә һауыт урынлаштырҙы. Унан һуң һөрән һалыусы: «Эй, карауан! Һеҙ бит уғрылар!» — тип ҡысҡырҙы.
71. Улар янына тегеләр килгәс: «Һеҙ нимә эҙләйһегеҙ?» — тинеләр.
72. Тегеләр: «Беҙ батшаның эсә торған һауытын юғалттыҡ, уны табып килтергән кешегә бер дөйә йөгө. Мин быны үҙ өҫтөмә алам»,— тине.
73. Улар: «Алла менән ант итәбеҙ! Һеҙ беләһегеҙ бит, беҙ Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ таратыу өсөн килмәнек һәм беҙ уғрылар түгел»,— тинеләр.
74. Тегеләр: «Әгәр һеҙ алдаҡсы булһағыҙ, бының язаһы нимә булыр?» — тинеләр.
75. Улар: «Бының язаһы — кемдең йөгөнән табылһа, шул кешегә яза [түләү итеп алына]. Бына шулай язалайбыҙ беҙ залимдарҙы»,— тинеләр.
76. Һәм уның туғанының йөгөнән алда, ул уларҙың йөктәренән башланы, ә һуңынан уның туғанының йөгөнән һауытты сығарҙы. Бына шулай хәйлә ҡорҙоҡ Беҙ Йософ өсөн. Батша ҡануны буйынса ул уның туғанын ала алмаҫ ине, әгәр Алла теләмәһә. Беҙ теләгән кешенең дәрәжәләрен күтәрәбеҙ: һәр белем эйәһенән өҫтә белеүсе бар!
77. Улар: «Әгәр ул урлаған булһа, уның туғаны быға ҡәҙәр урлағайны бит»,— тинеләр. Йософ быны күңелендә йәшереп ҡалдырҙы һәм уларға күрһәтмәне, «Урынығыҙ яғынан насарһығыҙ һеҙ, һәм һеҙ һөйләгәнде Алла яҡшыраҡ белә!» — тине.
78. Улар: «Эй, түрә! Уның атаһы оло ҡарт, уның урынына беҙҙең берәребеҙҙе алып ҡал. Беҙ һине яҡшы кешеләрҙән тип күрәбеҙ»,— тинеләр.
79. Ул: «Алла һаҡлаһын йөгөнән беҙҙең әйбер табылған кешенән башҡаны алырға! Ул уаҡытта беҙ залимдарҙан булыр инек»,— тине.
80. Унан өмөттәре өҙөлгәс, үҙҙәре генә кәңәшләшергә ҡалдылар. Унан ололары әйтте: «Әллә һеҙ атайығыҙҙың һеҙҙән Алла менән үәғәҙә алғанын белмәйһегеҙме? Һәм һеҙ бынан элек Йософ тураһында ла ғәҙелһеҙлек ҡылдығыҙ бит. Атайым рөхсәт биргәнгә тиклем йәки Алла миңә хөкөм ҡылғанға тиклем мин был ерҙән китмәйем. Ул — хөкөм ҡылыусыларҙың иң яҡшыһы.
81. Үҙ атайығыҙға ҡайтығыҙ һәм әйтегеҙ: «Эй, атай, улың урланы бит, беҙ үҙебеҙ белгәнгә генә шаһитлыҡ итәбеҙ һәм йәшерен нәмәне һаҡламайбыҙ.
82. Беҙ булған ҡаланан һора һәм беҙ булған карауандан һора — беҙ дөрөҫ һөйләйбеҙ бит».
83. Ул: «Эйе, күңелдәрегеҙ эште һеҙгә матур итеп күрһәтте, ләкин сабырлыҡ — гүзәл — моғайын, Алла миңә уларҙың барыһын да йыйыр. Ысынлап та, Ул — белә, хикмәтле!
84. Уларҙан йөҙөн борҙо һәм: «Их, ниндәй ҡайғы миңә Йософ өсөн!» — тине. Ҡайғынан уның күҙҙәре ағарҙы, һәм ул күңелендәген һиҙҙермәне.
85. Улар: «Алла менән ант итәбеҙ, хәлдән тайғанға тиклем йәки һәләк булғанға тиклем Йософто иҫкә алыуҙан туҡталмаҫһың инде һин!» — тинеләр.
86. Ул әйтте: «Мин ҡайғым һәм көйөнөсөм менән Аллаға зарланам, мин бит Алланан һеҙ белмәгәнде беләм.
87. Эй, улдарым! Барығыҙ, Йософ тураһында һәм уның туғаны тураһында һорашып белегеҙ. Алланың рәхмәтенән өмөтһөҙләнмәгеҙ. Ысынлап та, Алланың рәхмәтенән кафырҙар ғына өмөтһөҙләнә бит!»
88. Улар уның янына ингәс: «Эй, түрә, үҙебеҙгә лә, ғаиләбеҙгә лә бәлә ҡағылды. Беҙ аҙ тауар менән килдек, беҙгә һин үлсәүҙе тулыһынса бир һәм беҙгә саҙаҡа ҡыл. Ысынлап та, Алла саҙаҡа ҡылғандарға изге яза бирә бит!» — тинеләр.
89. Ул: «Һеҙ үҙегеҙҙең наҙан уаҡытығыҙҙа Йософ һәм уның туғаны менән нимә эшләгәнегеҙҙе беләһегеҙме һуң?» — тине.
90. Улар: «Әллә һин ысынлап та Йософмо?» — тинеләр. Ул: «Эйе, мин — Йософ, ә был — минең туғаным. Алла беҙгә рәхмәтен һалды инде. Ғәмәлдә кем тәҡүәле һәм сабыр булһа... Алла яҡшылыҡ ҡылыусыларҙың әжерен зая ҡылмай!»
91. Улар: «Алла менән ант итәбеҙ, Алла һине беҙҙән артыҡ күрҙе һәм, ысынлап та, беҙ ғонаһлыларҙан булдыҡ»,— тинеләр.
92. Ул әйтте: «Бөгөн һеҙгә шелтә юҡ, һеҙҙе Алла ярлыҡар, Ул — рәхимлеләрҙең рәхимлеһе!
93. Барығыҙ ошо минең күлдәгем менән ҡайтығыҙ һәм уны атайымдың йөҙөнә ҡаплағыҙ — ул күрә башлар, һәм үҙ ғаиләләрегеҙ менән барығыҙ ҙа миңә килегеҙ!»
94. Карауан юлға сыҡҡас, аталары: «Мин Йософтоң еҫен һиҙәм. Минең һүҙҙәремде дөрөҫ түгел тип әйтмәһәгеҙ ине!» — тине.
95. Улар: «Алла менән ант итәбеҙ, ысынлап та, һин үҙеңдең иҫке яңылышыуыңда!» -- тинеләр.
96. Ә һөйөнсөләүсе килгәс, күлдәкте уның йөҙөнә ҡапланы, һәм был яңынан күрә башланы. Ул: «Әллә мин һеҙгә әйтмәнемме Алланан һеҙ белмәгәнде белеүемде?» — тине.
97. Улар: «Эй, атай! Беҙҙең гонаһыбыҙҙан беҙгә ярлыҡау һора. Беҙ бит гонаһлыларҙан булдыҡ»,— тинеләр.
98. Ул: «Мин Раббымдан һеҙҙең өсөн ярлыҡау һораясаҡмын. Ысынлап та, Ул ярлыҡаусы, рәхимле!» — тине.
99. Улар Йософ янына ингәс, ул ата-әсәһенә урын бирҙе, һәм: «Алла теләһә, Мысырға именлектә инегеҙ!»— тине.
100. Ул ата-әсәһен тәхеткә күтәрҙе һәм улар уның алдында сәждә ҡылып йөҙ түбән йығылдылар, һәм ул әйтте: «Эй, атай! Ошо элек күргән төшөмдөң юрауылыр, Раббым ул төштө хаҡ ҡылды һәм, мине зиндандан сығарып һәм шайтан минең һәм туғандарым араһында дошманлыҡ ҡылғандан һуң һеҙҙе сүллектән килтереп, миңә яҡшылыҡ ҡылды. Ысынлап та, Раббым теләгән нәмәһенә илтифатлы. Ысынлап та, Ул белә, хикмәтле!
101. Раббым! Һин миңә батшалыҡ бирҙең һәм мине уаҡиғаларҙы аңлатырға өйрәттең, күктәрҙе һәм Ерҙе барлыҡҡа килтереүсе, Һин — донъяла һәм ахирәттә минең яҡлаусым, мине мосолман булғаным хәлдә уафат ҡыл һәм мине изге кешеләр араһына индер!»
102. Был — ғәйеп нәмәләр тураһында хәбәрҙәрҙән, Беҙ уны һиңә үәхи ҡылабыҙ; улар, мәкерлек уйлап, үҙҙәренең эшен ҡылырға ҡарар иткәндә, һин улар янында булманың.
103. Һәм һин теләһәң дә кешеләрҙең күбеһе иман килтермәй!
104. Һин уларҙан бының өсөн әжер һорамайһың. Был — ғәләмдәр өсөн иҫкә төшөрөү генә!
105. Улар күктәрҙә һәм Ерҙәге ни тиклем аяттар тирәһенән үтеп йөрөйҙәр һәм уларҙан йөҙ сөйөрәләр!
106. Уларҙың күбеһе Аллаға, фәҡәт Уға, тиңдәш тотоп ҡына иман килтерәләр!
107. Улар көтмәгәндә Алла ғазабының уларға ҡаплауы килеүенән йәки уларға кинәттән [ҡиәмәт] сәғәте килеүенән именлектәме ни улар?
108. «Был — минең юлым. Мин күреү һәләтенә эйә булған хәлдә Аллаға саҡырам — мин һәм миңә эйәргән кешеләр. Аллаға дан, мин күп илаһтарға табыныусыларҙан түгел!» — тип әйт.
109. Беҙ һиңә ҡәҙәр ҙә фәҡәт ҡала кешеләрен уларға үәхи ҡылып ебәрҙек. Әллә улар Ер йөҙөндә йөрөмәнеләрме һәм уларға ҡәҙәр булған кешеләрҙең һуңғы көндәре нисек булғанын күрмәнеләрме? Тәҡүәле кешеләргә ахирәт йорто яҡшыраҡ бит. Аҡылға һалып ҡарамаҫһығыҙмы ни һеҙ?
110. Рәсүлдәр, уларҙы алдаҡсыға һанайҙар тип өмөтһөҙләнгән уаҡытта, уларға Беҙҙең ярҙамыбыҙ килде һәм Беҙ теләгән кешеләр ҡотҡарылды. Беҙҙең ғәйрәтебеҙ гонаһлы кешеләрҙән ҡайтарылмай!
111. Улар тураһындағы ҡиссала аҡыллы кешеләргә ғибрәт булды. Был уйлап ҡына сығарылган хикәйәт булманы, әммә уға ҡәҙәр булғандарҙың хаҡлығын раҫлау өсөн һәм һәр бер нәмәне аңлатыу өсөн, һәм иман килтергән кешеләргә юл күрһәтеү һәм рәхмәт өсөн [булды].