Йырау. М.Аҡмулла

Йырау
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Йырау


Кил, егеттәр, ҡолаҡ һал!
Аҡмулланан өгөт ал!
"Бәхетте бар егеткә, -
Тигән һүҙ бар, - хоҙа яр..."
Әйтә алмай йөрөгән
Беҙ ғәриптә күп моң бар!!
Серең сәсеп халыҡҡа,
Етәкләйҙер тел-мордар*.
Егеттәр, быны тыңлағыҙ!
Ҡулым ҡыҫҡа, ерем тар,
Күңел етһә, ҡул етмәй,
Әҫтәмдән болот китмәй.
Теләнмәкте халыҡтан
Күрәмен бының барын ғар*.
Теләнмәйек бәндәнән!
Билде бигаһ* бәйләһәк,
Ҡыйын булмаҫ егеткә.
Булды тәңрем, хоҙа яр.
Аҙыраҡ ҡисса мин ҡылдым,
Ҡәләм алып ҡулыма...



Аңлатмалар

тел-мордар ғар бигаһ

Иҫкәрмәләр