Ай, Нуржан! Бер һүҙ әйтеп торма бикар,
Юртаңдаған ҡыҙ ғына, әйтһәң, китәр.
Ҡараған - ҡарап ҡалмаҫ, тигән һүҙ бар,
Һәр әҙәм маҡсатына, ҡыуһа, етәр.
Яҡшы менән таныш булһаң, салыш булмаҫ,
Ямандың касафаты алыҫ булмаҫ.
Һыйырға келәм ябыу ярашмайҙыр -
Йүкәгә, май яҡҡан менән, ҡайыш булмаҫ.
Һыйырҙы, һауған менән, бейә булмаҫ,
Ишәккә, йөк артҡан менән, дөйә булмаҫ.
Егеттәр, яман дуҫҡа сереңде асма -
Бер көн дә үҙ башына эйә булмаҫ.
Үлгәндән һуң, арыҫландан сысҡан артыҡ,
Беләһегеҙ: яман дуҫтан дошман артыҡ.
Ҡулына ҡай ямандың төшһә гәүһәр,
Булалыр шул яманға мәсттән255 артыҡ.
Мәстәктән тыуған ҡолон толпар булмаҫ,
Ябалаҡтың балаһы шоңҡар булмаҫ.
Аҡ шоңҡар айлы күлдән ҡаҙ алалыр -
Ҡарғалай, үләкһәгә ҡомар булмаҫ.