Йәмле көн. Шәйехзада Бабич

Йәмле көн (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1916.


Йәмле көн (йәй хәтирәһе)



Әх, бөгөн донъя кейенгән ҡыҙға оҡшап тәп-тәтәй,
Ҡыҙ булып баҫҡан тәбиғәт донъяға ап-аҡ тәпәй.

Хаузы кәүсәр шишмәһе өҫтөнән иҫкән ел кеүек,
Их, бөгөнгө ел һауанан бер ғәжәп ләззәт татый.

Ниндәй йәмле, их, бөгөн ожмах көнөнән йәмле көн.


1916