Йән. Шәйехзада Бабич

Йән (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Сығанаҡ: Бабич Шәйехзада. Беҙ үҙебеҙ - башҡорттар: шиғырҙар, поэмалар, фельетондар, мәҡәләләр, хаттар, көндәлектәр. - Өфө: Китап, 1994. - 640 бит.


Йән


Аһ, йәнем, ник күктә ҡабынып, йәмгә ҡабынып торманың?
Ник шиғырҙан таж кейеп, илһамға ялынып йөрөмәнең?

Ник күгәрсен төҫлө гөрләп, тик яһап нурҙан оя.
Торманың тик нур эсендә мәңге йырлап мәдхиә?

Ник мәләктәй йөрөмәнең, ап-аҡ ҡанат елпеп осоп?
Аңҡытып йәннәт еҫен, һирпеп шиғыр, һирпеп ғишыҡ?

Йәнкәйем, асманды ташлап, ергә индең ни өсөн?
Йәмде ташлап, ғәмгә сумдың - тәнгә керҙең ни өсөн?

Уйламаныңмы, ерҙә лә мин нурға ҡойонормон, тиеп?
Йәм ҡойормон, йәр һөйөрмөн һәм дә һөйөлөрмөн, тиеп?

Уйламаныңмы, хөр йәшәрмен, тип бәхетһеҙ ерҙә лә?
Ник ябылдың һуң, улайһа, "тән" исемле төрмәгә?

Сыҡ, йәнем, тән зинданына, күккә ос, йәмлән йәнә,
Ергә төшһөн ал шәфәҡтәй алланып шәүләң генә.