Айға үрләп, нурҙа уйнап, Күкрәгемде нурланым. — Ит ғәфү әй, ай, тинем мин, Нурҙарыңды урланым. — Һис зарар юҡ, ал, тине ай, Ал да сәс нур халҡыңа; Мин дә бит төн хаҡына Алдым ҡояштың нурҙарын.